Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Октябрь 2020, 12:24

Йәрминкәлә хаҡтар ҡулай

Көҙ етеү менән гөрләй башлаған ауыл хужалығы йәрминкәләре был юлы Республика көнөнә арналды. “Шишмәкәй” балалар баҡсаһы эргәһе гөрләп торған сауҙа майҙанына әйләнде. Хужалыҡтар халыҡҡа һыйыр, йылҡы, сусҡа, ҡаҙ, күркә ите, балыҡ тәҡдим итте. Туңдырылған емеш-еләк, бал, көнбағыш майы, төрлө эслектәр һалып бешерелгән бәлештәрҙе лә яратып алдылар. Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарынан тыш, ябай халыҡҡа ла үҙ тауарын – ҡул эштәрен һатып, ғаилә ҡаҙнаһын етештереү мөмкинлеге ул йәрминкәләр. Дебет шәлдәр, ойоҡбаш-бейәләйҙәр ҙә яҡшы үтте. Ит ризыҡтарына ла һорау ҙур булды.

Читайте нас: