Үҙ бәхетен ситтә түгел, йән төйәге – Төпсәндә тапҡан Резеда Мәхийән ҡыҙы. Баҡса эштәрен, мал-тыуарын барлап өлгөргән уңған хужабикә лә, балаларын, һөйөклөһөн алсаҡ йөҙ һәм телеңде йоторлоҡ милли ризыҡтарҙан һығылып торған бай табын менән өтөлөп ҡаршы алыусы хәстәрлекле әсә, тоғро ҡатын да, халҡы өсөн йән атыусы, тынғыһыҙ эше менән ауылына йән өрә белеүсе мәҙәни ойоштороусы, әүҙем йәмәғәтсе лә ул.