Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Октябрь 2020, 17:42

Һүрәнәйһә күңелең усаҡтары...

***Һүрәнәйһә күңелең усаҡтары,Әллә ниндәй мәлде һағынып,Ҡыр ҡаҙҙары кискән офоҡтарҙанТаң һарҡыла баҙлап болоттарҙа,Ирәүәнләй йәнеңә һарылып.Өҙөлә шул саҡ сабыр теҙгендәрең,Гөлт итә лә дәртең тоҡана.Тау һарҡылған тайҙар туплауынаТағыл да кит йәшлек утрауына!..Бал тәмәйтеп унда моң тама.Ҡыйып баҫһаң үлән ҡыяғына.Үҙәгеңә һеңер ҡот- ырыҫ."Етмәгәнсе һүнер-һүрелер сағың,Ана шулай көйләй күкһел сағыл, -Үрһәләнмә сәле, бул тыныс."Төйәгеңдең ҡайнар һулышынанЭркелгәндә йәме донъяның,Ҡарашыңа иңә япраҡ төҫө,Балтырҙрҙан йүгерә ерҙең көсөҺәм офоҡто кисә хыялың.

***
Һүрәнәйһә күңелең усаҡтары,
Әллә ниндәй мәлде һағынып,
Ҡыр ҡаҙҙары кискән офоҡтарҙан
Таң һарҡыла баҙлап болоттарҙа,
Ирәүәнләй йәнеңә һарылып.

Өҙөлә шул саҡ сабыр теҙгендәрең,
Гөлт итә лә дәртең тоҡана.
Тау һарҡылған тайҙар туплауына
Тағыл да кит йәшлек утрауына!..
Бал тәмәйтеп унда моң тама.

Ҡыйып баҫһаң үлән ҡыяғына.
Үҙәгеңә һеңер ҡот- ырыҫ.
"Етмәгәнсе һүнер-һүрелер сағың,
Ана шулай көйләй күкһел сағыл, -
Үрһәләнмә сәле, бул тыныс."

Төйәгеңдең ҡайнар һулышынан
Эркелгәндә йәме донъяның,
Ҡарашыңа иңә япраҡ төҫө,
Балтырҙрҙан йүгерә ерҙең көсө
Һәм офоҡто кисә хыялың.
Читайте нас: