Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Октябрь 2020, 16:06

Башҡортостан етәксеһе хеҙмәткәрҙәрҙе өйҙән эшләүгә күсерергә тәҡдим итте

Республика Башлығы Радий Хәбиров эш биреүселәргә хеҙмәткәрҙәрҙе өйҙән эшләүгә күсерергә тәҡдим итте. Был хаҡта ул оператив кәңәшмәлә белдерҙе.

Республика Башлығы Радий Хәбиров эш биреүселәргә хеҙмәткәрҙәрҙе өйҙән эшләүгә күсерергә тәҡдим итте. Был хаҡта ул шишәмбе хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә белдерҙе.
«Ойошма-предприятие етәкселәренә мөмкин булғанса кешеләрҙе ситтән тороп эшләүгә күсерергә тәҡдим итәм. Әлегә ниндәйҙер процент ҡуймайым, әйҙәгеҙ, тәҡдим рәүешендә норма ла ҡабул итәйек. Аҙаҡ ҡарарбыҙ», — тине ул.
Радий Хәбиров киң мәғлүмәт сараларына коронавирусҡа ҡаршы көрәштә үҙ эшен көсәйтергә кәңәш бирҙе.
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының оператив мәғлүмәттәре буйынса, республикала коронавирус йоҡтороусыларҙың артыуы күҙәтелә. Тәүлек эсендә — 58 кеше.
Быйыл яҙҙан алып республикала коронавирус инфекцияһы йоҡтороуҙың 9 402 осрағы теркәлгән.
Читайте нас: