Мораҙым
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Октябрь 2020, 14:01

Заман башҡа - заң башҡа

Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ, БР Журналистар союзының Көнъяҡ район-ара ижади берекмәһе етәксеһе:- Заман башҡа – заң башҡа. Бөгөн күп кеше үҙенә кәрәкле мәғлүмәтте социаль селтәрҙәрҙән эҙләй. Ләкин был гәзит-журналдың төбөнә балта сабып ҡуйыуға сәбәп булырға тейеш түгел. Сөнки олораҡ быуын вәкилдәре, айырыуса ауыл ерҙәрендә, интернетта ултырмай. Тағы ла ғүмер буйы ҡағыҙ баҫма уҡырға өйрәнгән кешелә уҡыу культураһы тигән төшөнсә һаҡланып ҡалған, ул үҙенең тормошон гәзит йәки китап уҡымайынса күҙ алдына килтерә алмай. Гәзит-журналдарға яҙылыу хаҡтарын, почта сығымдарын кәметкәндә, әлбиттә, бөгөн дә әҙәм балаһы баҫмаларҙы элекке кеүек күпләп алдырыр ине. Баҫмаларға нимәне өҫтөн ҡуйырға кәрәк халыҡ яҙылһын өсөн? Ниңәлер, ишетеп белеүебеҙсә, сит илдәрҙәге баҫмалар бөгөн икенсе һулыш кисерә. Беренсенән, әле үрҙә әйткәнемсә, унда гәзит-журналдарға яҙылыу хаҡтары, беҙҙең ил менән сағыштырғанда, күпкә арзан. Икенсенән, ҡайһы бер илдәрҙә һабаҡҡа төшкән балаларға, мәктәпте уҡып бөткәнгә ҡәҙәре, гәзит-журналдарҙы бушҡа тараталар. Тимәк, был илдәрҙә шулай итеп йәш быуында уҡыу культураһы формалаштыралар, ташҡа баҫылған һүҙгә ихтирам уяталар. Беҙҙә лә шулай эшләһәләр, ҡағыҙ баҫмаларҙың да киләсәге булыр ине. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле дәүләт органдары гел киреһен эшләй. Власть органдарында ултырған етәкселәр, Рәсәй президентынан алып ябай ауыл хакимиәтенә тиклем, шуны аңларға тейештәр: ваҡытлы матбуғат саралары дәүләт етәкселәре алып барған сәйәсәтте киң йәмәғәтселеккә алып барып еткереүсе орган. Шулай икән, тимәк, улар үҙҙәре үк тираждарҙың күберәк булыын хәстәрләргә бурыслы.

Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ, БР Журналистар союзының Көнъяҡ район-ара ижади берекмәһе етәксеһе:
- Заман башҡа – заң башҡа. Бөгөн күп кеше үҙенә кәрәкле мәғлүмәтте социаль селтәрҙәрҙән эҙләй. Ләкин был гәзит-журналдың төбөнә балта сабып ҡуйыуға сәбәп булырға тейеш түгел. Сөнки олораҡ быуын вәкилдәре, айырыуса ауыл ерҙәрендә, интернетта ултырмай.
Тағы ла ғүмер буйы ҡағыҙ баҫма уҡырға өйрәнгән кешелә уҡыу культураһы тигән төшөнсә һаҡланып ҡалған, ул үҙенең тормошон гәзит йәки китап уҡымайынса күҙ алдына килтерә алмай.
Гәзит-журналдарға яҙылыу хаҡтарын, почта сығымдарын кәметкәндә, әлбиттә, бөгөн дә әҙәм балаһы баҫмаларҙы элекке кеүек күпләп алдырыр ине.
Баҫмаларға нимәне өҫтөн ҡуйырға кәрәк халыҡ яҙылһын өсөн? Ниңәлер, ишетеп белеүебеҙсә, сит илдәрҙәге баҫмалар бөгөн икенсе һулыш кисерә.
Беренсенән, әле үрҙә әйткәнемсә, унда гәзит-журналдарға яҙылыу хаҡтары, беҙҙең ил менән сағыштырғанда, күпкә арзан. Икенсенән, ҡайһы бер илдәрҙә һабаҡҡа төшкән балаларға, мәктәпте уҡып бөткәнгә ҡәҙәре, гәзит-журналдарҙы бушҡа тараталар. Тимәк, был илдәрҙә шулай итеп йәш быуында уҡыу культураһы формалаштыралар, ташҡа баҫылған һүҙгә ихтирам уяталар. Беҙҙә лә шулай эшләһәләр, ҡағыҙ баҫмаларҙың да киләсәге булыр ине. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле дәүләт органдары гел киреһен эшләй.
Власть органдарында ултырған етәкселәр, Рәсәй президентынан алып ябай ауыл хакимиәтенә тиклем, шуны аңларға тейештәр: ваҡытлы матбуғат саралары дәүләт етәкселәре алып барған сәйәсәтте киң йәмәғәтселеккә алып барып еткереүсе орган. Шулай икән, тимәк, улар үҙҙәре үк тираждарҙың күберәк булыын хәстәрләргә бурыслы.
Читайте нас: