Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Октябрь 2020, 13:53

Ҡулдарың алтын булһа

Гөлнара менән Азамат Әбдрәхимовтар Тәүәкән ауылында үҙәк урамдың иң осонда – ағаслыҡ эргәһендә генә ултырған әкиәттәгеләй сынъяһау йорта йәшәй. Был төбәктә матур, төҙөк йорттар күп, әммә уларҙың өйө нисектер үҙенә башҡа сер һаҡлағандай. Сер тип, әллә ни ҙур сере лә юҡтыр инде уның. Бәлки, ҡул йылыһы ғына түгел, йөрәк йылыһын да ҡушып, төн йоҡоларын йоҡламай, ижад ҡомарын, фантазияһын, бөтә уй-кисерештәрен егеп, башҡарғанға шулай тойолалыр. Азамат ағайҙың семәрләп эшләгән эштәренә битараф ҡалыусылар юҡтыр. Ауылдаштарын, райондаштарын ғына түгел, яҡын-тирә төбәктәрҙең дә халҡын зауыҡлы итеп эшләнгән йорт йыһаздары менән ҡыуандыра. Үҙҙәренең өйөндә лә хөкүмәт мебель кәрәк-ярағы күрмәҫһең: өҫтәлдәре лә, ултырғыстары ла, бүлмә –ара ишектәре лә, тәҙрә гардиндары ла, хатта кухня гарнитурҙары ла ҡулдан эшләнгән. Әбдрәхимовтар шулай уҡ биш бала – ҡыҙҙары Гөлнур, Гөлзада, улдары Арыҫлан, игеҙәктәр Динислам, Данисламға - ғүмер һәм матур тәрбиә биргән.Тормош иптәше Гөлнара апай ҙа ҡул эштәренә оҫта. Нимәгә генә тотонһа ла, гөл итә: өҫтәлгә биҙәкле селтәрҙәр, ултырғыс, диван япмалары, йөн ойоҡтар, бейәләйҙәр, кофта, күлдәктәр бәйләй, сәскәләр үҫтерергә ярата.Азамат ағай үҙенең шөғөлө тураһында әллә ни асылып бармаһа ла, нәҫелендә “ағас ене ҡағылған” дар байтаҡ. Атаһы Әсҡәт олатай ҙа ағас эшенә бик оҫта кеше була.- Кешенең ҡулынан килмәгән эш юҡ, теләктән тыш тырышлыҡ та, елкә лә кәрәк, - ти Азамат ағай.

Гөлнара менән Азамат Әбдрәхимовтар Тәүәкән ауылында үҙәк урамдың иң осонда – ағаслыҡ эргәһендә генә ултырған әкиәттәгеләй сынъяһау йорта йәшәй. Был төбәктә матур, төҙөк йорттар күп, әммә уларҙың өйө нисектер үҙенә башҡа сер һаҡлағандай. Сер тип, әллә ни ҙур сере лә юҡтыр инде уның. Бәлки, ҡул йылыһы ғына түгел, йөрәк йылыһын да ҡушып, төн йоҡоларын йоҡламай, ижад ҡомарын, фантазияһын, бөтә уй-кисерештәрен егеп, башҡарғанға шулай тойолалыр.
Азамат ағайҙың семәрләп эшләгән эштәренә битараф ҡалыусылар юҡтыр. Ауылдаштарын, райондаштарын ғына түгел, яҡын-тирә төбәктәрҙең дә халҡын зауыҡлы итеп эшләнгән йорт йыһаздары менән ҡыуандыра. Үҙҙәренең өйөндә лә хөкүмәт мебель кәрәк-ярағы күрмәҫһең: өҫтәлдәре лә, ултырғыстары ла, бүлмә –ара ишектәре лә, тәҙрә гардиндары ла, хатта кухня гарнитурҙары ла ҡулдан эшләнгән.
Әбдрәхимовтар шулай уҡ биш бала – ҡыҙҙары Гөлнур, Гөлзада, улдары Арыҫлан, игеҙәктәр Динислам, Данисламға - ғүмер һәм матур тәрбиә биргән.
Тормош иптәше Гөлнара апай ҙа ҡул эштәренә оҫта. Нимәгә генә тотонһа ла, гөл итә: өҫтәлгә биҙәкле селтәрҙәр, ултырғыс, диван япмалары, йөн ойоҡтар, бейәләйҙәр, кофта, күлдәктәр бәйләй, сәскәләр үҫтерергә ярата.
Азамат ағай үҙенең шөғөлө тураһында әллә ни асылып бармаһа ла, нәҫелендә “ағас ене ҡағылған” дар байтаҡ. Атаһы Әсҡәт олатай ҙа ағас эшенә бик оҫта кеше була.
- Кешенең ҡулынан килмәгән эш юҡ, теләктән тыш тырышлыҡ та, елкә лә кәрәк, - ти Азамат ағай.
Читайте нас: