Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Октябрь 2020, 14:12

Мин матбуғат баҫмаларын уҡып үҫкән кеше

Тамара ҒӘНИЕВА, шағирә:- Мин ғүмеремде матбуғатҡа бағышланым. Китаптар, гәзит-журналдар өсөн мәҡәләләр яҙҙым. Эшемде яратып башҡарҙым. Көнкүреш проблемалар, ғаилә, яҡшы шәхестәр, талант эйәләре хаҡындағы мәҡәләләрем республика матбуғатында донъя күрә торҙо. Мин матбуғат баҫмаларын уҡып үҫкән кеше. Беҙҙең ғаилә "Совет Башҡортостаны"," Башҡортостан пионеры", "Правда", район гәзитен һәм "Ағиҙел", "Башҡортостан ҡыҙы" журналдарын алдыра ине. Шул баҫмаларҙы бәләкәйҙән уҡыуым арҡаһындалыр, үҙемдең дә журналист булғым килә ине. Ҡыҙыҡһынып китеп, шиғырҙар яҙа башланым. Тәүге шиғырым "Башҡортостан пионеры" гәзитендә 12 йәшемдә донъя күрҙе. Был мәктәбебеҙ өсөн генә түгел, тотош ауылыбыҙ өсөн дә ҙур ваҡиға ине. Ауылыбыҙ бик ҙур түгел, мәктәбе лә башланғыс ҡына ине. Ә 70-80-се йылдарҙа гәзит-журналдар алдырмаған бер генә өй ҙә булманы. "Ағиҙел" журналын 60 кеше алдыра ине. Почтальон журнал килгән көндө ауыл буйлап арбалы атына ултырып таратыр ине. Билдәле, өйҙә гәзит-журнал булһа, бала-саға ла күҙ һалмай ҡалмай. Ә матбуғат - элек-электән фәһем һәм мәғлүмәт сығанағы ул. Борон заманда беҙҙең ҡартатайҙар "Шура" журналын алдырған. Беҙҙең өй башында ғәрәп, латин хәрефтәре менән яҙылған китаптар ҙа күп ине. Тик һуңғы 10-20 йылда матбуғат баҫмаларына яҙылыу һүлпәнәйҙе. Был нимә тураһында һөйләйһең һуң? Минеңсә, был туған телебеҙҙе хөрмәт итмәүҙе аңлата. Башҡортса сыҡҡан китаптарҙы ла ала һалып бармайҙар, ә улар бит бик бәләкәй тираж менән сыға. 70-80-се йылдарҙа китаптар 5-10 мең дана сыҡһа, бөгөн ни бары 1 мең китап донъя күрә һәм улар китап магазины кәштәләрендә һатып алыусыһын көтөп тилмерә.Латвияла булғанымда иҫ киткес мәғлүмәт ишеткәйнем: латыштар үҙҙәренең телендә сыҡҡан матбуғатты, әҙәби журналдарын икешәр дана алдыра икән. Ни өсөнмө? Беҙ бар, беҙ күмәк, беҙ илебеҙ һәм телебеҙҙең патриоты, тип иҫбатлау йөҙөнән! Минеңсә, уйланырға, кем икәнебеҙҙе танытырға, барлығыбыҙҙы белдерә торорға кәрәктер беҙгә лә. Һәм шуны иҫбатлар, раҫлар өсөн иң тәү сиратта милли матбуғатҡа йөҙөбөҙ менән боролорға кәрәк.

Тамара ҒӘНИЕВА, шағирә:
- Мин ғүмеремде матбуғатҡа бағышланым. Китаптар, гәзит-журналдар өсөн мәҡәләләр яҙҙым. Эшемде яратып башҡарҙым. Көнкүреш проблемалар, ғаилә, яҡшы шәхестәр, талант эйәләре хаҡындағы мәҡәләләрем республика матбуғатында донъя күрә торҙо.
Мин матбуғат баҫмаларын уҡып үҫкән кеше. Беҙҙең ғаилә "Совет Башҡортостаны"," Башҡортостан пионеры", "Правда", район гәзитен һәм "Ағиҙел", "Башҡортостан ҡыҙы" журналдарын алдыра ине. Шул баҫмаларҙы бәләкәйҙән уҡыуым арҡаһындалыр, үҙемдең дә журналист булғым килә ине. Ҡыҙыҡһынып китеп, шиғырҙар яҙа башланым. Тәүге шиғырым "Башҡортостан пионеры" гәзитендә 12 йәшемдә донъя күрҙе. Был мәктәбебеҙ өсөн генә түгел, тотош ауылыбыҙ өсөн дә ҙур ваҡиға ине.
Ауылыбыҙ бик ҙур түгел, мәктәбе лә башланғыс ҡына ине. Ә 70-80-се йылдарҙа гәзит-журналдар алдырмаған бер генә өй ҙә булманы. "Ағиҙел" журналын 60 кеше алдыра ине. Почтальон журнал килгән көндө ауыл буйлап арбалы атына ултырып таратыр ине.
Билдәле, өйҙә гәзит-журнал булһа, бала-саға ла күҙ һалмай ҡалмай. Ә матбуғат - элек-электән фәһем һәм мәғлүмәт сығанағы ул.
Борон заманда беҙҙең ҡартатайҙар "Шура" журналын алдырған. Беҙҙең өй башында ғәрәп, латин хәрефтәре менән яҙылған китаптар ҙа күп ине.
Тик һуңғы 10-20 йылда матбуғат баҫмаларына яҙылыу һүлпәнәйҙе. Был нимә тураһында һөйләйһең һуң? Минеңсә, был туған телебеҙҙе хөрмәт итмәүҙе аңлата. Башҡортса сыҡҡан китаптарҙы ла ала һалып бармайҙар, ә улар бит бик бәләкәй тираж менән сыға. 70-80-се йылдарҙа китаптар 5-10 мең дана сыҡһа, бөгөн ни бары 1 мең китап донъя күрә һәм улар китап магазины кәштәләрендә һатып алыусыһын көтөп тилмерә.
Латвияла булғанымда иҫ киткес мәғлүмәт ишеткәйнем: латыштар үҙҙәренең телендә сыҡҡан матбуғатты, әҙәби журналдарын икешәр дана алдыра икән. Ни өсөнмө? Беҙ бар, беҙ күмәк, беҙ илебеҙ һәм телебеҙҙең патриоты, тип иҫбатлау йөҙөнән!
Минеңсә, уйланырға, кем икәнебеҙҙе танытырға, барлығыбыҙҙы белдерә торорға кәрәктер беҙгә лә. Һәм шуны иҫбатлар, раҫлар өсөн иң тәү сиратта милли матбуғатҡа йөҙөбөҙ менән боролорға кәрәк.
Читайте нас: