Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Октябрь 2020, 18:40

Туҡылған... шәлдәр, аҫалы балаҫтар!

Магазиндарҙа йәнең теләгән нәмә тулып ятһа ла, ҡулдан эшләнгән әйберҙәрҙең баһаһы һис кәмемәй. Шулай булмай һуң: үҙ ҡулдарың менән бәйләнгән, тегелгән, сигелгән, эшләнгән әйберҙәргә күпме күҙ нурҙары түгелә, күңел йылыһы ҡушыла! Уҙған быуат аҙаҡтарында ҡулдан һуғылған, туҡылған балаҫтар һәр өйҙә була торғайны. Ҡыҙғанысҡа күрә, әлеге көндә туҡыу оҫталары бик һирәк... Әммә бер нисә йылдан улар һаны бермә-бер артыр! Шулай тип уйларға ныҡлы нигеҙ бар: Күгәрсен районының инвалидтар ойошмаһы Халыҡ кәсептәре оҫтаханаһын асыу өсөн грант алған. Был грант дүрт йүнәлеште үҙ эсенә ала: туҡыусылыҡ, художестволы бәйләү, пэчворк (ҡорама ҡорау), канзаши. Ойошма рәйесе Гөлшат Киленбаева әйтеүенсә, туҡыусылыҡ менән ҡыҙыҡһынғандар айырыуса күп булып сыҡҡан. Ошо көндәрҙә Бөрө ҡалаһынан төрлө ҙурлыҡтағы тиҫтәнән ашыу станок ҡайтартылған. Кисә Күгәрсен тыуған яҡты өйрәнеү музейында үткән презентация барышында Бөрө ҡалаһының “Ебәк юл” туҡыусылыҡ үҙәге етәксеһе Роза Ғарифуллина һәм туҡыу станоктарын эшләү оҫтаһы Андрей Кырчиков, яҡташыбыҙ - балаҫтар һуғыу оҫтаһы Рәйлә Алламоратова балаҫ, шәл һ.б. туҡыу серҙәре менән таныштырҙы, станоктар менән нисек эшләргә икәнлеген ентекле аңлатты. Бик тиҙҙән оҫтахана үҙ эшен башлаясаҡ һәм теләге булған һәр кем туҡыу оҫталығына өйрәнә аласаҡ. Был хаҡта тулыраҡ мәҡәләне гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ.

Магазиндарҙа йәнең теләгән нәмә тулып ятһа ла, ҡулдан эшләнгән әйберҙәрҙең баһаһы һис кәмемәй. Шулай булмай һуң: үҙ ҡулдарың менән бәйләнгән, тегелгән, сигелгән, эшләнгән әйберҙәргә күпме күҙ нурҙары түгелә, күңел йылыһы ҡушыла! Уҙған быуат аҙаҡтарында ҡулдан һуғылған, туҡылған балаҫтар һәр өйҙә була торғайны. Ҡыҙғанысҡа күрә, әлеге көндә туҡыу оҫталары бик һирәк... Әммә бер нисә йылдан улар һаны бермә-бер артыр! Шулай тип уйларға ныҡлы нигеҙ бар: Күгәрсен районының инвалидтар ойошмаһы Халыҡ кәсептәре оҫтаханаһын асыу өсөн грант алған. Был грант дүрт йүнәлеште үҙ эсенә ала: туҡыусылыҡ, художестволы бәйләү, пэчворк (ҡорама ҡорау), канзаши. Ойошма рәйесе Гөлшат Киленбаева әйтеүенсә, туҡыусылыҡ менән ҡыҙыҡһынғандар айырыуса күп булып сыҡҡан. Ошо көндәрҙә Бөрө ҡалаһынан төрлө ҙурлыҡтағы тиҫтәнән ашыу станок ҡайтартылған.
Кисә Күгәрсен тыуған яҡты өйрәнеү музейында үткән презентация барышында Бөрө ҡалаһының “Ебәк юл” туҡыусылыҡ үҙәге етәксеһе Роза Ғарифуллина һәм туҡыу станоктарын эшләү оҫтаһы Андрей Кырчиков, яҡташыбыҙ - балаҫтар һуғыу оҫтаһы Рәйлә Алламоратова балаҫ, шәл һ.б. туҡыу серҙәре менән таныштырҙы, станоктар менән нисек эшләргә икәнлеген ентекле аңлатты. Бик тиҙҙән оҫтахана үҙ эшен башлаясаҡ һәм теләге булған һәр кем туҡыу оҫталығына өйрәнә аласаҡ. Был хаҡта тулыраҡ мәҡәләне гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ.
Читайте нас: