Мораҙым
+31 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
8 Октября 2020, 11:39

Күгәрсен районына - 90 йыл

1930 йылдың 20 авгусында барлыҡҡа килгән районыбыҙ (ул ваҡытта әле Мораҡ районы булып йөрөй) 90 йыл дауамында төрлө ваҡиғалар, тарихи мәлдәр, һынылыштар, күтәрелештәр шаһиты була. Бер кеше ғүмеренә тиң был осорҙа тотош ил яҙмышы яҙылған. Район тарихына байҡау яһағанда шуға иғтибар итергә була: һәр ун йыл һайын ниндәйҙер мөһим ваҡиға, һәр өс-биш йыл һайын – өлгәшелгәндәргә баһа, һөҙөмтәләр.

1930 йылдың 20 авгусында барлыҡҡа килгән районыбыҙ (ул ваҡытта әле Мораҡ районы булып йөрөй) 90 йыл дауамында төрлө ваҡиғалар, тарихи мәлдәр, һынылыштар, күтәрелештәр шаһиты була. Бер кеше ғүмеренә тиң был осорҙа тотош ил яҙмышы яҙылған.
Мәғлүм булыуынса, 30-сы йылдар еңелдән булмай. Беҙҙең район да ил менән бер рәттән коллективлаштырыу, грамотаһыҙлыҡты бөтөрөү, биш йыллыҡ пландарҙы үтәүҙә әүҙемлек күрһәтә, һөҙөмтәле эшләй.
1935 йылда иһә район Күгәрсен районы тип үҙгәртелә, 11 ауыл Советы, 33 колхоз, 100 ауыл була, һәр ауылда ауыл хужалығы артелдәре барлыҡҡа килә.
Социалистик хеҙмәт геройҙары – Федосья Салтыкова, Иван Буянов, Әмир Мусин, Лира Камалова кеүек бөтә булмышын эшкә бағышлаған эшсәндәрҙең тырыш хеҙмәте иҡдисади күтәрелешкә булышлыҡ итә. 16 эшсән – Ленин ордены, 83 кеше Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ ордены менән билдәләнә.

Районға нигеҙ һалыныуға ун бер йыл үткәс, Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Күгәрсендәр ул ауыр йылдарҙа ла фиҙаҡәрлек күрһәтә, ерен, һыуын, илен, халҡын дошмандарҙан азат итеүҙә үҙен аямай, батырҙарса көрәшә, еңеүгә үҙ өлөшөн индерә. Ил азатлығы өсөн утҡа ингән яҡташтарыбыҙға, атай-олатайҙарыбыҙға тәрән ихтирам, рәхмәт тойғоларын әле лә тоғро һаҡлай күгәрсендәр.
Районыбыҙҙан 13 меңдән ашыу кеше фронтҡа китә, күптәре легендар 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы составында яу юлын үтә, ҡаһарманлыҡ күрһәтә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 13 меңдең яртыһына ғына тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтырға насип була.
Бәрәкәтлек Күгәрсен ере илебеҙгә 8 Советтар Союзы Геройы, ике Дан орденының тулы кавалерын биргән.Шанлы ла, данлы ла йылдар тарихын яҙған, ил күргәнде иңдәрендә күтәргән күгәрсендәр.
Һуғыш тамамланғас, 50-се йылдарҙа колхоздарҙы берләштереү башлана. Был йүнәлеш ауыл хужалығының үҫеүенә, материаль-техник базаһының нығыныуына булышлыҡ итә. Район тарихында сиҙәм ерҙәрен үҙләштереү сағыу бер ваҡиға булып яҙылған. Өс йылдан ашыу ваҡыт эсендә 7 мең гектарҙан ашыу ерҙе үҙләштереүгә өлгәшә күгәрсендәр. Ауыл хужалығы белгестәрен әҙерләү маҡсаты менән 1948 йылда Мораҡ механизация училищеһы асыла, 1953 йылда иһә – Мораҡ педагогия училищеһы уҡытыусылар әҙерләй башлай.
Күгәрсендәрҙең фиҙаҡәр хеҙмәте, тырышлығы һөҙөмтәләре оҙаҡ көттөрмәй: 1954 йылда ҡырҡтан ашыу алдынғы хеҙмәткәр орден-миҙалдар менән бүләкләнә, 50-нән ашыуы Мәскәү ҡалаһында ВДНХ-ла үткән семинарҙа ҡатнаша, 1957 йылда умартасылыҡтағы юғары күрһәткестәр өсөн РСФСР Ауыл хужалығы министрлығының күсмә Ҡыҙыл байрағы тапшырыла. 1961 йылда районда ике ҙур хужалыҡ – “Октябрь” һәм “Күгәрсен” совхоздары барлыҡҡа килә.

Район тарихына байҡау яһағанда шуға иғтибар итергә була: һәр ун йыл һайын ниндәйҙер мөһим ваҡиға, һәр өс-биш йыл һайын – өлгәшелгәндәргә баһа, һөҙөмтәләр.

Читайте нас

© 2015-2026 Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы "Мораҙым" ижтимағи-сәйәси гәзитенең рәсми сайты. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто акционерҙар йәмғиәте.

Об использовании персональных данных

Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. 2015 йылдың 12 авгусында бирелгән ПИ ТУ 02-01395-се һанлы теркәү тураһындағы таныҡлыҡ. Директор (баш мөхәррир) Ладыженко А.Ғ., "Мораҙым" гәзите мөхәррире вазифаһын башҡарыусы Р.И.Исҡужина.
Илгә - именлек, йортоңа - ҡот!
Телефон
8 (34789) 2-19-24
Эл. почта
moradym.gazeta@yandex.ru
Адрес
Республика Башкортостан, Кугарчинский район, с.Мраково, ул.Ленина, 49
Рекламная служба
8 (34789) 2-11-85; Электронная почта: mrakovo-reklama@rambler.ru
Сотрудничество
8 (34789) 2-11-85; Электронная почта: mrakovo-reklama@rambler.ru
Отдел кадров
8 (34789) 2-11-77
Яндекс.Метрика