Республика башлығы Радий Хәбиров Указына ярашлы, “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән әсәләрҙең береһе - Теләүембәт ауылында йәшәүсе Эльмира Альберт ҡыҙы Мөхәмәтова. Тормош иптәше Искәндәр Миңнулла улы менән улар 5 бала – 3 ҡыҙ һәм 2 ул тәрбиәләй. “Балалар – тормош сәскәһе. Өй эсебеҙ шат тауыштарҙан гөрләп торғанда, бигерәк тә хөкүмәт тарафынан ишле ғаиләләргә иғтибар булғанда киләсәккә ышаныс та арта”, - ти ишле ғаилә данын күтәргән Мөхәмәтовтар. Әйткәндәй, әсә алтынсыға бәпәй көтә.