Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Октябрь 2020, 12:01

Матбуғат - милләт ҡулында

Роберт СОБХАНҒОЛОВ, журналистика ветераны:- Гәзиттең өҫтөнлөгөн нимәләме? Уны ҡулға тотоп уҡып була. Бөгөн уҡый алмаһаң, иртәгәһенә йә унан иртәгәһенә, ваҡытың булғанда рәхәтләнеп, яйлап, иң мөһиме – уйланып уҡып була. Телевидениела тапшырыу күрһәттеләр ҙә үтте лә китте. Радио ла шулай – һөйләне лә бөттө лә ҡуйҙы. Ә бына гәзит-журналдар – яҙылғанға төшөнөп, уйланып, фекерләп, һығымталар яһап уҡый торған берҙән-бер сара тиһәм дә, арттырыу булмаҫ. Бына ошо күҙлектән баһалағанда ғына ла, гәзиттең өҫтөнлөгөн күрергә була. Хаҡтарҙы ла әллә ни ҡиммәт тимәҫ инем. Халыҡҡа ни өсөн ҡыйбат тойола тиһегеҙ? Сөнки эш хаҡы бәләкәй. Халыҡ яҙылмай, тираж әҙ тип кенә гәзит-журналдарҙы бөтөрөргә ярамай. Бигерәк тә район гәзиттәрен, район телевидениеһын, атап әйткәндә урындағы киң мәғлүмәт саралары булып торған тармаҡтарҙы, ҡурсырға, һаҡларға кәрәк. Баҫма матбуғаттың йөкмәткеһе лә булырға тейеш. Ҡоро яңылыҡтар ғына түгел, төрлө ҡараштар, фекерҙәр, шулай уҡ тәнҡит тә (төплө, ерле, факттарға ҡоролған, тәҡдимдәр менән байытылған, фекерҙәр аша күрһәтелгән) булһын ине. Юғиһә, тәнҡит тигәнде күптәр ғәйепләү менән бутай. Дөрөҫ, тәнҡит мәҡәләләре менән сығыш яһаған ҡыйыу авторҙар ҙа халыҡ араһында абруйлы була. Власть та ихтирам итә ундайҙарҙы. Тегендә был юҡ, анауында шул етешмәй, был етәксе эшләмәй тигән көнкүреш проблемаларҙы ғына яҡтыртыу - ул тәнҡит түгел. Тик, беҙҙә, журналист халҡында тәнҡитләүҙән ҡурҡыу тигән күренеш бар. Ул конкрет хәҙерге заманға ла әллә ни бәйле түгелдер, минеңсә, ә быуаттар тарихынан килгән, инде ҡанға ла һеңгән шанлы осорҙарҙан килә. Матбуғат – халыҡ менән власты бәйләп торған алтын еп, йәмғиәтте тотоп торған алтын бағана, тиҙәр. Журналист һөнәре лә элек-электән ғәҙеллек яҡлаусы, дөрөҫлөктө даулаусы һөнәр эйәһе булып иҫәпләнә. Тимәк, ниндәй генә заманда йәшәгәндә лә, ниндәй генә етәкселәр менән эшләгәндә лә, халыҡ мәнфәғәтен өҫтөн ҡуйырға, халыҡ менән бергә булырға ынтылырға кәрәк. Журналистар халыҡ менән бергә булһа, гәзит тә йәшәйәсәк.

Матбуғат – журналистарҙы, полиграфистарҙы, нәшриәтселәрҙе, баҫма продукцияны таратыусыларҙы берләштереп торған, халыҡты мәғлүмәт менән тәьмин иткән өлкә ул. Республиканың ҡала һәм райондарында ике йөҙгә яҡын гәзит-журналдар сыға. Төбәк баҫмалары фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыу ысулы, власть менән халыҡ араһындағы мәғлүмәти бәйләнеш булып тора. Тик һуңғы осорҙа матбуғатыбыҙ торғонлоҡ кисергәндәй.
Былай әллә ни ярлы заманда ла йәшәмәйбеҙ: өҫтөбөҙ бөтөн, тамаҡ та туҡ, һәр кемебеҙ машинала елдерә, шулай уҡ сит илгә, көнъяҡҡа, диңгеҙ буйынса ял итергә лә йөрөйбөҙ, ҡунағын да саҡырып торабыҙ... Әммә гәзит-журнал өсөн күп тигәндә мең һум аҡсаны сығарып һалыуҙы ҙур сығым, йә бушҡа аҡса түгеү, исрафлау итеп ҡарайбыҙ. Әлбиттә, был ҡалыпҡа бөтәһен дә индереү дөрөҫ булмаҫ. Ғәҙеллек өсөн: арабыҙҙа башҡа нәмәгә аҡсаһын ҡыҫһа ҡыҫа, әммә матбуғатҡа мотлаҡ яҙыла торған тоғро дуҫтарыбыҙ ҙа бар. Гәзиттең йөкмәткеһенә дәғүә белдереүселәр ҙә юҡ түгел. Власть мәнфәғәтен өҫтөн ҡуйып, дөрөҫлөккә күҙ йомоп ҡараған баҫмаларға халыҡ та рыя ғына ҡарай.
Роберт СОБХАНҒОЛОВ, журналистика ветераны:
- Гәзиттең өҫтөнлөгөн нимәләме? Уны ҡулға тотоп уҡып була. Бөгөн уҡый алмаһаң, иртәгәһенә йә унан иртәгәһенә, ваҡытың булғанда рәхәтләнеп, яйлап, иң мөһиме – уйланып уҡып була. Телевидениела тапшырыу күрһәттеләр ҙә үтте лә китте. Радио ла шулай – һөйләне лә бөттө лә ҡуйҙы. Ә бына гәзит-журналдар – яҙылғанға төшөнөп, уйланып, фекерләп, һығымталар яһап уҡый торған берҙән-бер сара тиһәм дә, арттырыу булмаҫ. Бына ошо күҙлектән баһалағанда ғына ла, гәзиттең өҫтөнлөгөн күрергә була.
Хаҡтарҙы ла әллә ни ҡиммәт тимәҫ инем. Халыҡҡа ни өсөн ҡыйбат тойола тиһегеҙ? Сөнки эш хаҡы бәләкәй. Халыҡ яҙылмай, тираж әҙ тип кенә гәзит-журналдарҙы бөтөрөргә ярамай. Бигерәк тә район гәзиттәрен, район телевидениеһын, атап әйткәндә урындағы киң мәғлүмәт саралары булып торған тармаҡтарҙы, ҡурсырға, һаҡларға кәрәк.
Баҫма матбуғаттың йөкмәткеһе лә булырға тейеш. Ҡоро яңылыҡтар ғына түгел, төрлө ҡараштар, фекерҙәр, шулай уҡ тәнҡит тә (төплө, ерле, факттарға ҡоролған, тәҡдимдәр менән байытылған, фекерҙәр аша күрһәтелгән) булһын ине. Юғиһә, тәнҡит тигәнде күптәр ғәйепләү менән бутай. Дөрөҫ, тәнҡит мәҡәләләре менән сығыш яһаған ҡыйыу авторҙар ҙа халыҡ араһында абруйлы була. Власть та ихтирам итә ундайҙарҙы. Тегендә был юҡ, анауында шул етешмәй, был етәксе эшләмәй тигән көнкүреш проблемаларҙы ғына яҡтыртыу - ул тәнҡит түгел. Тик, беҙҙә, журналист халҡында тәнҡитләүҙән ҡурҡыу тигән күренеш бар. Ул конкрет хәҙерге заманға ла әллә ни бәйле түгелдер, минеңсә, ә быуаттар тарихынан килгән, инде ҡанға ла һеңгән шанлы осорҙарҙан килә.
Матбуғат – халыҡ менән власты бәйләп торған алтын еп, йәмғиәтте тотоп торған алтын бағана, тиҙәр. Журналист һөнәре лә элек-электән ғәҙеллек яҡлаусы, дөрөҫлөктө даулаусы һөнәр эйәһе булып иҫәпләнә. Тимәк, ниндәй генә заманда йәшәгәндә лә, ниндәй генә етәкселәр менән эшләгәндә лә, халыҡ мәнфәғәтен өҫтөн ҡуйырға, халыҡ менән бергә булырға ынтылырға кәрәк. Журналистар халыҡ менән бергә булһа, гәзит тә йәшәйәсәк.
Читайте нас: