Мораҙым
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Октябрь 2020, 18:48

Изге эшкә сәлихтар ҙа ҡушылды

Көҙ көндәре бөтә республика буйлап “Ағас ултырт - йәшәү бүләк ит!”, “Йәшә, урман!” кеүек ауыл-ҡалаларҙы йәшелләндереүгә арналған акциялар иғлан ителә. Бындай сараларҙа беҙҙең район да әүҙем ҡатнаша. 4 октябрҙә районыбыҙҙың күркәм ауылдарының береһе - Сәлихта ағас ултыртыу буйынса ҙур өмә иғлан ителде. Ауылды йәшелләндереүгә арналған изге эшкә бөтә ауыл халҡы тиерлек сыҡты, өмәлә ауыл әүҙемдәрен, уҡыусы балаларҙы, хаҡлы ялдағыларҙы ла күрергә була ине. Был көндә Сәлих ауылы территорияһында 200-ҙән ашыу ағас үҫентеһе ултыртылды. Сара бик күңелле үткән. Афарин, сәлихтар! Ағастар шаулап үҫеп китһә, күркәм ауыл тағы ла йәмләнеп китер әле!#Трезвоесело2020#Айыҡауыл2020#Кугарчинскийрайон#Исимовскийсельсовет#деревняСалихово

Көҙ көндәре бөтә республика буйлап “Ағас ултырт - йәшәү бүләк ит!”, “Йәшә, урман!” кеүек ауыл-ҡалаларҙы йәшелләндереүгә арналған акциялар иғлан ителә. Бындай сараларҙа беҙҙең район да әүҙем ҡатнаша.
4 октябрҙә районыбыҙҙың күркәм ауылдарының береһе - Сәлихта ағас ултыртыу буйынса ҙур өмә иғлан ителде. Ауылды йәшелләндереүгә арналған изге эшкә бөтә ауыл халҡы тиерлек сыҡты, өмәлә ауыл әүҙемдәрен, уҡыусы балаларҙы, хаҡлы ялдағыларҙы ла күрергә була ине. Был көндә Сәлих ауылы территорияһында 200-ҙән ашыу ағас үҫентеһе ултыртылды. Сара бик күңелле үткән. Афарин, сәлихтар! Ағастар шаулап үҫеп китһә, күркәм ауыл тағы ла йәмләнеп китер әле!
Читайте нас: