-5 °С
Болотло
«Әлбиттә, картаға башҡорт ырыуҙары тарихының, уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәренең барлыҡ нескәлектәрен дә төшөрөп булманы. Әммә беҙҙең алдыбыҙҙа ундай маҡсат торманы ла. Был күрһәтмә әсбап ырыуының, ғаиләһенең тарихы менән ҡыҙыҡһына башлағандар өсөн тәүге аҙым булырға тейеш. Ошо картала нәҫел төбәге булған ауылды табып, кеше үҙенең ырыуы, уның шәжәрәһе, тарихы менән артабан мауығып китергә тейеш»,- тип белдерҙе проект хаҡында Азат Ярмуллин.
«Йыл һайын башҡорт ырыуҙарының йыйындары, ҡоролтайҙары үтә. Унда ырыу вәкилдәре үҙенсә герб эшләй. Был башланғысты беҙ күрҙек, әммә гербтарҙың ниндәйҙер бер тәртипкә буйһонмауы беҙҙе хафаға һалды. Һәр бер башҡорт ырыуының үҙенең генә атрибуттары бар: ағас, ҡош, тамға, оран. Уларҙы берләштереп, халыҡтан килгән инициативаны дауам итеп, гербтарҙы төшөрөп, донъя кимәлендәге бер системаға индереү маҡсаты бар»,- тип белдерҙе Юлдаш Йосопов.
«Башҡорт ырыуҙарының гербтары—бер үк ваҡытта көнбайыш геральдика ҡанундарын да, тарихи башҡорт символикаһын да бергә туплаған проект. Тамғалар менән геральдиканың айырмаһы шунда—геральдика ул ижади эш кенә түгел, ә тарихи ҡалыптарға буйһонған, айырым тәғлимәттәргә нигеҙләнгән оҫталыҡ. Уның ҡағиҙәләре һәм талаптары бар, һәм улар ҡаты ғына. Шуға күрә, әгәр башҡорт ырыуҙарының гербтары донъя геральдикаһы системаһына инеүен теләйбеҙ икән, уларҙы көнбайыш һәм Рәсәй гербтарының талаптарына яраҡлаштырып эшләргә кәрәк»,- тип белдерҙе Кирилл Переходенко.