Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Октябрь 2020, 11:54

Һалҡынайта...

Башҡортостан синоптиктары көндәрҙең ҡапыл һалҡынайтыуы тураһында иҫкәртте — аҙна башында төндә температура 8 градусҡа тиклем һалҡынайта. Дүшәмбе, 5 октябрҙә, башлыса яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә +1,-4 градус, урыны менән -8-гә тиклем, көндөҙ +6,+11.Фактик һауа торошо картаһы мәғлүмәттәре буйынса, 5 октябрҙә төндә Учалыла 7 градус һыуыҡ булған. Мораҡта +3 градус йылы.6 октябрҙә, төндә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ урыны менән бер аҙ ямғыр. Ел көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә +1,-4, көндөҙ +8,+13.Шаршамбы, 7 октябрҙә, ваҡыты менән бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә, төндә ҡайһы бер төньяҡ һәм көнсығыш райондарҙа ҡар ҡатыш, урыны менән боҙлауыҡ. Ел төньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә -2,+3 градус, көндөҙ +6,+11.Рәсәй Гидрометүҙәге фаразына ярашлы, октябрҙә Башҡортостан биләмәһендә уртаса айлыҡ һауа температураһының +4,+5 градус самаһы булыуы көтөлә, был норманан 1,5 градусҡа юғары. Яуым-төшөм күләме күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәргә ярашлы һәм аҙыраҡ була.фото «Башинформ» мәғлүмәт агентлығыhttps://www.bashinform.ru/bash/1502665/

Башҡортостан синоптиктары көндәрҙең ҡапыл һалҡынайтыуы тураһында иҫкәртте — аҙна башында төндә температура 8 градусҡа тиклем һалҡынайта.
Дүшәмбе, 5 октябрҙә, башлыса яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә +1,-4 градус, урыны менән -8-гә тиклем, көндөҙ +6,+11.
Фактик һауа торошо картаһы мәғлүмәттәре буйынса, 5 октябрҙә төндә Учалыла 7 градус һыуыҡ булған. Мораҡта +3 градус йылы.
6 октябрҙә, төндә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ урыны менән бер аҙ ямғыр. Ел көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә +1,-4, көндөҙ +8,+13.
Шаршамбы, 7 октябрҙә, ваҡыты менән бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә, төндә ҡайһы бер төньяҡ һәм көнсығыш райондарҙа ҡар ҡатыш, урыны менән боҙлауыҡ. Ел төньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә -2,+3 градус, көндөҙ +6,+11.
Рәсәй Гидрометүҙәге фаразына ярашлы, октябрҙә Башҡортостан биләмәһендә уртаса айлыҡ һауа температураһының +4,+5 градус самаһы булыуы көтөлә, был норманан 1,5 градусҡа юғары. Яуым-төшөм күләме күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәргә ярашлы һәм аҙыраҡ була.
фото «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: