Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Октябрь 2020, 12:46

Көҙгө муллыҡ байрамы

Себеште көҙ һанайҙар тип, бик хаҡ әйткән халҡыбыҙ. Нәҡ бына бөгөн Ололар көнө уңайынан район үҙәгендә уҙған көҙгө йәрминкә хужалыҡ эшсәндәре һәм ябай ауыл уңғандарының йәйҙәрҙе тырыш хеҙмәттә үткәреүен иҫбатланы ла инде.

Иртә таңдан халыҡ “Шишмәкәй” балалар баҡсаһы һәм парк эргәһенә йыйылды. Йәнең ни теләй, бар ҙа бар ине сауҙала: йүкә балы, төрлөһөнән һөт ризығы, йәшелсә-емеш, картуф, ҡош-ҡорт һәм йылҡы, тана ите, бойҙай, арпа, һоло... Иң мөһиме – салт аяҙ көндә, әбейҙәр сыуағы мәлендә үткән йәрминкә ысын муллыҡ байрамына әүерелде.
Читайте нас: