Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Октябрь 2020, 11:00

Быйылғы көҙ шундай сыуаҡ килде

Быйылғы көҙ шундай сыуаҡ килде. Ерҙең өҫтө — йәшел бер тамаша. Гөлйемештәр ҡабат сәскә атты. Сәскәһенә ҡарап, күҙ ҡамаша. Эй, һоҡландыҡ, шашып, хайран ҡалдыҡ Тәбиғәттең сикһеҙ ҡөҙрәтенә. Мин, дәртләнеп, хатта бер йыр яҙҙым Көҙөн атҡан сәскә хөрмәтенә. ...Ошо көҙҙә сал ир ғашиҡ булды. Үҙе бойоҡ, үҙе ҡыуана. Беҙ ғәйепләп көлдөк — аҡыллылар. Йәлләп иланы тик диуана. М. Кәрим.

Быйылғы көҙ шундай сыуаҡ килде.
Ерҙең өҫтө — йәшел бер тамаша.
Гөлйемештәр ҡабат сәскә атты.
Сәскәһенә ҡарап, күҙ ҡамаша.

Эй, һоҡландыҡ, шашып, хайран ҡалдыҡ
Тәбиғәттең сикһеҙ ҡөҙрәтенә.
Мин, дәртләнеп, хатта бер йыр яҙҙым
Көҙөн атҡан сәскә хөрмәтенә.

...Ошо көҙҙә сал ир ғашиҡ булды.
Үҙе бойоҡ, үҙе ҡыуана.
Беҙ ғәйепләп көлдөк — аҡыллылар.
Йәлләп иланы тик диуана.
М. Кәрим.
Читайте нас: