*1 октябрь. Был көндө торналар китмәһә, ноябргә тиклем һыуыҡтар булмаясаҡ.
*4 октябрь. Ошо көндөң һауа торошо дүрт аҙна үҙгәрешһеҙ торасаҡ. Төньяҡ-көнсығыштан әсе ел иҫһә, аяҙ булһа, ҡыш һыуыҡ буласаҡ.
*8 октябрь. Тәүге ҡар еүеш ергә төшһә, иремәй ҡаласаҡ, ҡоро ергә төшһә – тиҙ иреп бөтәсәк. Әгәр был көндө һауа торошо яҡшы булһа, шулай өс аҙна дауам итәсәк.
*14 октябрь. Ҡар төшкәнсе торналар йылы яҡҡа осоп китһә, ҡыш иртә килер. Ел үҙгәреүсән булһа, ҡыш та алмашыныусан булыр.
*Көҙөн ҡайын менән имән япраҡтары бер юлы ҡойолмаһа, ҡыш ҡаты киләсәк.
*Көҙ аҙағында серекәйҙең күренеүе ҡыштың йылы буласағы тураһында хәбәр итә.
*Боҙ ҡытыршы булып туңһа, иген уңыр.
*Ай башында аяҙ булһа, ай буйы аяҙ булыр.
*Йондоҙҙар яҡты янһа, көндәр һәйбәткә тартасаҡ, тоноҡ булһа – ямғырға, йәки ҡарға.
*Октябрь япмаһа, декабрь япмаҫ.
*Ҡуян һәм аҫ тулыһынса ағармай тороп, сана юлы төшмәй.
*Ҡыр ҡаҙҙары иртә китһә, ҡыш иртә килер.
*Урманда миләш күп булһа, көҙ ямғырлы булыр.
*Көҙ көнө сысҡан күп булһа, ҡыш йылы килә.