Мораҙым
0 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Октябрь 2020, 12:43

Көлсә (бала саҡ хәтирәһе)

Әсәйемдең егәрлелеге хаттин ашҡан ине. Беҙҙең өҫтәл һәр саҡ һыйҙан һығылып торҙо. Беҙ, ҡыҙҙар, уйындан бушамайбыҙ. Әсәйемдең: "Ашарға ҡайтығыҙ!"- тип ҡысҡырыуын ишетеү менән йән-фарман йүгереп ҡайтып, өҫтәлдәге ашты ҙур аппетит менән бушатабыҙ ҙа: "Әсәй, шул-шул нәмәне бешер әле",- тип тағы заказдар биреп, уйнарға сығып та китәбеҙ. Бала саҡ тәмен һаҡлай ябай көлсә. Ҡайһылыр яҡта уны майаш, майикмәк тип тә йөрөтәләр. Ҡомалаҡлы сүпрә менән әсетелгән ҡамырҙан бешерелә ул көлсә.Бер шулай уйнап ҡына йөрөһәм, әсәйем ут күршебеҙ Әлмира инәйгә йомошҡа ебәрҙе. Ҡабалан ғына киттем инде. Миндә уйын ҡайғыһы, шуға ҡабаланам инде. Шәп итеп йүгереп тырһылдап барып инәм аласыҡтарына. Белеп торам: йәй көнө ауыл кешеһенең бар ғүмере шул аласыҡта үтә. Инһәм, Әлмира инәй ҡыҙарынып, бешеп киткән. Мейестә ут гөрләп янып тора. Ә күрше инәй шул ут өҫтөндә йөҙөн уңдырып көлсә бешерә… Йомошомдо йомошлаған ыңғайы ҡулыма бер түңәрәк көлсәне тотторҙо. Яңы ғына бешкән, ҡабарған ерҙәре кетерләп кенә торған көлсәне ҡулыма бөтөн көйөнә тотторҙо. Бүлмәне, ҡырҡманы, шул көйө тотторҙо. Минең донъям шул түңәрәк көлсә шикелле түңәрәкләнде. Ашай-ашай ҡайттым. Тәмлелеге! Телеңде йоторлоҡ! Әлмира инәй аш-һыуға күңелен һалып бешерә ине шул…Фирүзә ӘБДРӘХИМОВА.

Әсәйемдең егәрлелеге хаттин ашҡан ине. Беҙҙең өҫтәл һәр саҡ һыйҙан һығылып торҙо. Беҙ, ҡыҙҙар, уйындан бушамайбыҙ. Әсәйемдең: "Ашарға ҡайтығыҙ!"- тип ҡысҡырыуын ишетеү менән йән-фарман йүгереп ҡайтып, өҫтәлдәге ашты ҙур аппетит менән бушатабыҙ ҙа: "Әсәй, шул-шул нәмәне бешер әле",- тип тағы заказдар биреп, уйнарға сығып та китәбеҙ.
Бала саҡ тәмен һаҡлай ябай көлсә. Ҡайһылыр яҡта уны майаш, майикмәк тип тә йөрөтәләр. Ҡомалаҡлы сүпрә менән әсетелгән ҡамырҙан бешерелә ул көлсә.Бер шулай уйнап ҡына йөрөһәм, әсәйем ут күршебеҙ Әлмира инәйгә йомошҡа ебәрҙе. Ҡабалан ғына киттем инде. Миндә уйын ҡайғыһы, шуға ҡабаланам инде. Шәп итеп йүгереп тырһылдап барып инәм аласыҡтарына. Белеп торам: йәй көнө ауыл кешеһенең бар ғүмере шул аласыҡта үтә. Инһәм, Әлмира инәй ҡыҙарынып, бешеп киткән. Мейестә ут гөрләп янып тора. Ә күрше инәй шул ут өҫтөндә йөҙөн уңдырып көлсә бешерә…
Йомошомдо йомошлаған ыңғайы ҡулыма бер түңәрәк көлсәне тотторҙо. Яңы ғына бешкән, ҡабарған ерҙәре кетерләп кенә торған көлсәне ҡулыма бөтөн көйөнә тотторҙо. Бүлмәне, ҡырҡманы, шул көйө тотторҙо. Минең донъям шул түңәрәк көлсә шикелле түңәрәкләнде. Ашай-ашай ҡайттым. Тәмлелеге! Телеңде йоторлоҡ! Әлмира инәй аш-һыуға күңелен һалып бешерә ине шул…
Фирүзә ӘБДРӘХИМОВА.
Читайте нас: