Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Октябрь 2020, 18:55

Күңелебеҙ һеҙҙең менән!

Элек редакцияла эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан өлкән хеҙмәттәштәребеҙҙейыл да Ололар көнөнә саҡыра торғайныҡ. Быйыл иһә донъяны ялмап алған пандемия арҡаһында улар менән күрешеп, туйғансы аралашыуҙан мәхрүм ҡалдыҡ. Телефон аша ғына ҡотлап, изге теләктәребеҙҙе еткерҙек, бүләктәрҙе иһә бер генә кеше таратып сыҡты. Шулай ҙа журналистика аҡһаҡалы - егеттәрсә етеҙлеген һаҡлаған Роберт ағай Собханғолов редакцияға үҙе килеп, күренеп китте.Гәзит эшенә ҙур өлөш индергән, йылы һүҙҙәре менән бөгөн дә беҙҙе ҡанатландырып торған ветерандарыбыҙҙы байрам менән ҡотлайбыҙ! Хоҙай һеҙҙе һаулыҡтан айырмаһын, оҙон ғүмер һеҙгә, Мәрйәм һәм Фәриҙә, инәйҙәр, Флүрә, Сәғиҙә, Тәнзилә, Рәзилә, Мария, Гөлниса, Фәнүзә, Нурия, Фәйрүзә, Фәүзиә апайҙар, Вәли Ғәбитович һәм Роберт Шакирович! Бөгөн йәштәргә биргеһеҙ итеп эшләп йөрөгән дәртле хеҙмәттәштәребеҙ – Нәсимә апай менән Гөлдәр апайҙы, Анатолий Сергевичты ла байрам менән ихлас ҡотлайбыҙ!

Элек редакцияла эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан өлкән хеҙмәттәштәребеҙҙейыл да Ололар көнөнә саҡыра торғайныҡ. Быйыл иһә донъяны ялмап алған пандемия арҡаһында улар менән күрешеп, туйғансы аралашыуҙан мәхрүм ҡалдыҡ. Телефон аша ғына ҡотлап, изге теләктәребеҙҙе еткерҙек, бүләктәрҙе иһә бер генә кеше таратып сыҡты. Шулай ҙа журналистика аҡһаҡалы - егеттәрсә етеҙлеген һаҡлаған Роберт ағай Собханғолов редакцияға үҙе килеп, күренеп китте.
Гәзит эшенә ҙур өлөш индергән, йылы һүҙҙәре менән бөгөн дә беҙҙе ҡанатландырып торған ветерандарыбыҙҙы байрам менән ҡотлайбыҙ! Хоҙай һеҙҙе һаулыҡтан айырмаһын, оҙон ғүмер һеҙгә, Мәрйәм һәм Фәриҙә, инәйҙәр, Флүрә, Сәғиҙә, Тәнзилә, Рәзилә, Мария, Гөлниса, Фәнүзә, Нурия, Фәйрүзә, Фәүзиә апайҙар, Вәли Ғәбитович һәм Роберт Шакирович! Бөгөн йәштәргә биргеһеҙ итеп эшләп йөрөгән дәртле хеҙмәттәштәребеҙ – Нәсимә апай менән Гөлдәр апайҙы, Анатолий Сергевичты ла байрам менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Читайте нас: