Ауыл кешеһенә ҡартлыҡ иртә килһә лә, матур килә. Шәкүрә Әхмәтғәзиз ҡыҙы менән Әхәт Шәғәле улы Сәлиховтарҙың бергә ғүмер итеүҙәренә әҙ ҙә түгел, күп тә түгел, ни бары - 60 йыл. 85 йәшлек Әхәт олатай, ана, егеттәргә алмаштырғыһыҙ, утынын ярып өйөп тә ҡуйған. Шәкүрә инәй иһә көн матурҙа тышта ҡаҙанда ҡорот ҡайната.