Мораҙым
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Сентябрь 2020, 00:07

Радий Хәбиров республикала «тынлыҡ сәғәте» тураһында законға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республикала Башҡортостанда «тынлыҡ сәғәте» тураһында законға ҡул ҡуйҙы. Документ Башҡортостан Республикаһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика халҡы мөрәжәғәте буйынса Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы депутаттары әҙерләгән закон проекты көҙгө сессияның пленар ултырышында аҙаҡҡы уҡыуҙа ҡабул ителде.

Законға ярашлы, көндөҙгө сәғәт 1-ҙән 3-кә тиклем күп фатирлы йорттарҙа һәм ятаҡтарҙа шаулы-шыулы ремонт эштәрен башҡарыу тыйыла. «Тынлыҡ сәғәте»ндә законды боҙоусыларға штраф һалына. Граждандарҙы – бер меңдән ике мең һумға, вазифалы кешеләрҙе – өс меңдән биш мең һумға, юридик берәмектәрҙе ун меңдән ун биш мең һумғаса штраф көтә.
Яңы төҙөлгән йорттарҙа улар файҙаланыуға тапшырылған ваҡыттан алып йыл ярым дауамында «тынлыҡ сәғәте» булмай. Был аварияны бөтөрөү йәки халыҡтың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү менән бәйле ашығыс эштәр кеүек махсус осраҡтарға ла ҡағылмай.
Яңы ҡағиҙәләр 2020 йылдың 3 октябренән ғәмәлгә индерелә.
Фото: "Башинформ"
Читайте нас: