Мораҙым
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Сентябрь 2020, 11:35

Эшһөйәрҙәр затынан улар

Дауыт-Ҡайып ауылы тураһында район гәзитендә гел яҙып торабыҙ. Матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан ауыл уңған, эшһөйәр халҡы менән дә дан тота. Миңлегөл апай менән Зиннур ағай Рәхимовтарҙы ғына алайыҡ. Улар икеһе лә ошо ауылда ишле ғаиләлә тыуып үҫеп, ошо ерҙә буй еткергән. Йәшләй генә сәстәрен-сәскә бәйләп, бер-береһенә терәк-таяныс булып йәшәүҙәренә лә ҡырҡ йылдан ашыу ваҡыт. Өйләнешкәс тә улар тәүҙә Ырымбур ҡалаһында йәшәй. Унда ун йыл самаһы эшләп, әҙерәк күтәрелгәс, тыуған ауылдарына ҡайтып, өй һалып, ошонда төйәкләнәләр.- Ҡояштан иртә тороп, һуң ятһаң да эш бөтмәй ауылда. Еңел килгән байлыҡ артына ҡыумайбыҙ, үҙ көсөбөҙ менән, тир түгеп тапҡан икмәккә етәме ни? – ти үҙ донъяһынан, үҙ тормошонан ҡәнәғәт Зиннур ағай.– Шөкөр итеп, һәр көнгә рәхмәтле булып, бер-береңде ҡәҙерләп йәшәһәң генә донъяң түңәрәк була, – тормош иптәшенең әйткәндәрен йөпләп хужабикә лә һүҙгә ҡушыла. Ысынлап та, ҡорған ғаилә нигеҙенең ныҡлығы уны төҙөгән ике кешенең бер-береһен яратып, хөрмәтләп йәшәүенә бәйле. Үҙ-ара аңлашып, кәңәшләшеп көн иткән йортта балалар ҙа бәхетле булып үҫә.Дауамы - сайтта:

Дауыт-Ҡайып ауылы тураһында район гәзитендә гел яҙып торабыҙ. Матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан ауыл уңған, эшһөйәр халҡы менән дә дан тота. Миңлегөл апай менән Зиннур ағай Рәхимовтарҙы ғына алайыҡ. Улар икеһе лә ошо ауылда ишле ғаиләлә тыуып үҫеп, ошо ерҙә буй еткергән. Йәшләй генә сәстәрен-сәскә бәйләп, бер-береһенә терәк-таяныс булып йәшәүҙәренә лә ҡырҡ йылдан ашыу ваҡыт. Өйләнешкәс тә улар тәүҙә Ырымбур ҡалаһында йәшәй. Унда ун йыл самаһы эшләп, әҙерәк күтәрелгәс, тыуған ауылдарына ҡайтып, өй һалып, ошонда төйәкләнәләр.
Зиннур Ғәфүр улы тирә –яҡта алтын ҡуллы оҫта булараҡ хөрмәт итәләр. Нимәгә тотонһа ла, ҡулы килешә, донъялары ысын ир ҡулы менән нығытылғаны күренеп тора, өҙҙөрөп гармунда ла уйнай. Миңлегөл апай ҙа уңғанлығы менән күптәргә өлгө булырлыҡ ҡатын. Аш-һыуға ла, ҡул эштәренә лә оҫта. Ишек алды иртә яҙҙан гөл-сәскәгә күмелһә, баҡсаһы йыл һайын мул уңыш бирә. Үҙҙәре үҫтергән йәшелсә-емеште эш итеп, ҡышҡылыҡҡа төрлө ҡайнатмаларын да әҙерләй, компоттарын да яба, салат- ҡабымлыҡтарҙың да һәр төрлөһөн эшләп ҡуя.
Уңған хужалар кәртә тултырып ишле мал да көтә, ҡош-ҡорт та аҫрай. Егәрленең ҡулы ете тигәндәй, йорт эштәрендә лә, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем улар. Миңлегөл апай тәүҙә Ырымбурҙа почта хеҙмәткәре булып эшләһә, ауылға ҡайтҡас, хаҡлы ялға сыҡҡансы клубта ойоштороусы булды, Зинур ағай иһә һөнәре буйынса водитель, “Газпром”да ун йыл эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡансы биш йыл тирәһе автобус йөрөткән.
Ҡайҙа ғына эшләһәләр ҙә, үҙ эштәренә оло яуаплылыҡ менән ҡаранылар, намыҫ менән башҡарҙылар, хеҙмәттәштәре араһында ла абруйлы булдылар.
Зиннур ағай районда үткән мәҙәни сараларҙа ла әүҙем: “Мин яратам һине, тормош!” конкурсында, Хәлит Мусин исемендәге гармунсылар бәйгеһендә ҡатнашып, диплом менән бүләкләнә, Миңлегөл апай ауыл клубында эшләгәндә уның уң ҡулы – ярҙамсыһы була.
- Ауылға ҡайтыуыбыҙға үкенмәйбеҙ. Сөнки бөтә туғандар ҙа бында. Атай-әсәй ҙә олоғайып, иғтибарға, ярҙамға мохтаж ине. Атайым Биктимер Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, әсәйебеҙ ҙә тылда фиҙаҡәр хеҙмәт иткән. Икеһе лә хәҙер баҡыйлыҡта, әммә улар биргән тәрбиә нигеҙҙәре әле булһа дауам итә. Эштең ояты юҡ, башлап-ташлап эш эшләмәгеҙ тип өйрәтә торғайнылар. Шуғалырмы, ғаиләлә бөтәбеҙ ҙә донъясыл, баҡсаһын да үҫтерәбеҙ, малын да ҡарайбыҙ.
Ауылда йәшәп тә мал тотмай булмай. Балалар күптән күҙле-башлы булып бөтһә лә, уларға ла ярҙам итеп торабыҙ. Ҡыҙыбыҙ Зилә менән Рөстәм кейәү Өфөлә тора, улыбыҙ Вадим Лиана килен менән Екатеринбург ҡалаһында йәшәй. Зарина менән Камил исемле ике ейән-ейәнсәребеҙ үҫеп килә, шул балаларға экологик таҙа ризыҡ булһын тип тырышабыҙ. Ҡала ерендә ауыл ризығы дан бит ул, - ти Миңлегөл апай.
- Ҡояштан иртә тороп, һуң ятһаң да эш бөтмәй ауылда. Еңел килгән байлыҡ артына ҡыумайбыҙ, үҙ көсөбөҙ менән, тир түгеп тапҡан икмәккә етәме ни? – ти үҙ донъяһынан, үҙ тормошонан ҡәнәғәт Зиннур ағай.
– Шөкөр итеп, һәр көнгә рәхмәтле булып, бер-береңде ҡәҙерләп йәшәһәң генә донъяң түңәрәк була, – тормош иптәшенең әйткәндәрен йөпләп хужабикә лә һүҙгә ҡушыла. Ысынлап та, ҡорған ғаилә нигеҙенең ныҡлығы уны төҙөгән ике кешенең бер-береһен яратып, хөрмәтләп йәшәүенә бәйле. Үҙ-ара аңлашып, кәңәшләшеп көн иткән йортта балалар ҙа бәхетле булып үҫә.
Читайте нас: