Бына ошондай оран аҫтында ойошторолған “Йәшел Башҡортостан” акцияһының төп маҡсаты урамдарҙы, ихаталарҙы, йәмәғәт урындарын йәшелләндереү, төҙөкләндереү. Яҙғыһын иғлан ителгән сара һарысайҙың 26-сы көнөндә йомғаҡланды. Ағас ултыртыуҙа бөтә республика ҡатнашты, шул иҫәптән беҙҙең район да ҙур әүҙемлек күрһәтте.