Мораҙым
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Сентябрь 2020, 17:26

Әбейҙәр сыуағында тәбиғәт ҡосағында

Серле көҙҙөң бар матурлығын мең-мең сағыу төҫтәрҙә асып биргән әбейҙәр сыуағы осоронда күңел әллә ҡайҙарға талпына. Был сихри мәлдә алтын тәңкәле шәлен ябынған ҡайындары, тигеҙ сафҡа теҙелгән мәғрур ҡарағайҙары, һуңғы сәскәләре менән арбаған урман-ҡырҙарҙы буйлаһаң, йөрәгеңә көс-дәрт инеп, һулыштарың иркенәйеп ҡалғандай була.- Шундай салт аяҙ көндә өйҙә ултырып нисек сыҙамаҡ кәрәк? Яратам мин урманда йөрөргә, саф һауа һулап, тәбиғәт ҡосағында ял итеп бер аҙ бәшмәк йыйып алайым тип сыҡтым әле лә, - тип ихлас йылмайып ҡаршыланы беҙҙе Әлмәс яғындағы Түләбай ауылы аҡһаҡалы, электән тирә-яҡҡа эшһөйәр зат, балта оҫтаһы булараҡ даны таралған Исмәғилев Рәшит Ғиниәт улы.

Серле көҙҙөң бар матурлығын мең-мең сағыу төҫтәрҙә асып биргән әбейҙәр сыуағы осоронда күңел әллә ҡайҙарға талпына. Был сихри мәлдә алтын тәңкәле шәлен ябынған ҡайындары, тигеҙ сафҡа теҙелгән мәғрур ҡарағайҙары, һуңғы сәскәләре менән арбаған урман-ҡырҙарҙы буйлаһаң, йөрәгеңә көс-дәрт инеп, һулыштарың иркенәйеп ҡалғандай була.
- Шундай салт аяҙ көндә өйҙә ултырып нисек сыҙамаҡ кәрәк? Яратам мин урманда йөрөргә, саф һауа һулап, тәбиғәт ҡосағында ял итеп бер аҙ бәшмәк йыйып алайым тип сыҡтым әле лә, - тип ихлас йылмайып ҡаршыланы беҙҙе Әлмәс яғындағы Түләбай ауылы аҡһаҡалы, электән тирә-яҡҡа эшһөйәр зат, балта оҫтаһы булараҡ даны таралған Исмәғилев Рәшит Ғиниәт улы.
Бәләкәйҙән атай-әсәй наҙынан мәхрүм ҡалып, һуғыш балалары күргән бар михнәтте үҙ елкәһендә татып, ҡарт әнейе Бәҙиғолъямал тәрбиәһендә тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашлы, тирә-яҡҡа, кешеләргә мәрхәмәтле, ярҙамсыл, тормошҡа, эшкә сәмле, дәртле булып үҫә ул. Әйләнә-тирәһендә тәртип, бөхтәлек хакимлыҡ иткән ыҡсым ғына нурлы йорттары – ауылдың үҙенсәлекле бер биҙәге.
Көслө быуын вәкиле тураһында тулыраҡ яҙманы баҫмабыҙҙың ошо һанында уҡый алаһығыҙ.
Читайте нас: