Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Сентябрь 2020, 13:09

Ағас ултыртыу акцияһы ауыл биләмәләрендә дәррәү үтте.

Күгәрсен ауыл биләмәһендә был көндә, мәҫлән, мәктәп, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ауыл хакимиәте, урман хужалығы коллективтары, хаҡлы ялдағылар ҙа, 3-4 йәшлек бала –сағалар ҙа өмәлә ҡатнашҡан.- Беҙҙә ағас ултыртыу йома көнө ойошторолдо. Йоманан һуң ауыл осона йыйылып, ир –ат көрәк алды, ҡатын-ҡыҙҙар - күнәк. Хакимиәт башлығы Рафаэль Аллабирҙин ҡайҙа, нисек ултыртырға икәнлеген күрһәткәс, күмәкләп эшкә тотондоҡ. Фермер Рәшит Хәлитов та ярҙам ҡулы һуҙҙы, уның ҡул аҫтында эшләгән Ринат Сураҡов трактор менән ҙур мискәлә һыу алып килде. Ир-ат соҡор ҡаҙһа, ҡатын-ҡыҙҙар берәүҙәре ағас ултыртты, икенселәре күнәкләп һыу ташыны, балалар ҙа ярҙам итте – ҡарай үҫентеләрен алып килеп йөрөнө. Шулай берҙәм генә, күңелле генә үтте. Аҙаҡ күмәкләп фотоға ла төштөк. Үҫемлектәр, ағас-ҡыуаҡтар тирә –яғыбыҙҙы матурлап, йәмләп кенә ҡалмай, һауаны таҙарта, ер һыуҙарын һаҡлай. Беҙ, кешеләр, тәбиғәт биргән байлыҡты файҙаланабыҙ икән, уны тулыландырып та торорға тейешбеҙ.”Берҙе киҫһәң, икене ултырт” тигән мәҡәл дә бар бит. Еребеҙҙә йәшеллек күп булған һайын, экологик хәл дә тотороҡло булыр, - тип ауыл яңылыҡтарын хәбәр итә беҙгә даими хәбәрсебеҙ Зөлфиә апай Хәйбуллина.

Күгәрсен ауыл биләмәһендә был көндә, мәҫлән, мәктәп, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ауыл хакимиәте, урман хужалығы коллективтары, хаҡлы ялдағылар ҙа, 3-4 йәшлек бала –сағалар ҙа өмәлә ҡатнашҡан.
- Беҙҙә ағас ултыртыу йома көнө ойошторолдо. Йоманан һуң ауыл осона йыйылып, ир –ат көрәк алды, ҡатын-ҡыҙҙар - күнәк. Хакимиәт башлығы Рафаэль Аллабирҙин ҡайҙа, нисек ултыртырға икәнлеген күрһәткәс, күмәкләп эшкә тотондоҡ. Фермер Рәшит Хәлитов та ярҙам ҡулы һуҙҙы, уның ҡул аҫтында эшләгән Ринат Сураҡов трактор менән ҙур мискәлә һыу алып килде.
Ир-ат соҡор ҡаҙһа, ҡатын-ҡыҙҙар берәүҙәре ағас ултыртты, икенселәре күнәкләп һыу ташыны, балалар ҙа ярҙам итте – ҡарай үҫентеләрен алып килеп йөрөнө. Шулай берҙәм генә, күңелле генә үтте. Аҙаҡ күмәкләп фотоға ла төштөк.
Үҫемлектәр, ағас-ҡыуаҡтар тирә –яғыбыҙҙы матурлап, йәмләп кенә ҡалмай, һауаны таҙарта, ер һыуҙарын һаҡлай. Беҙ, кешеләр, тәбиғәт биргән байлыҡты файҙаланабыҙ икән, уны тулыландырып та торорға тейешбеҙ.”Берҙе киҫһәң, икене ултырт” тигән мәҡәл дә бар бит. Еребеҙҙә йәшеллек күп булған һайын, экологик хәл дә тотороҡло булыр, - тип ауыл яңылыҡтарын хәбәр итә беҙгә даими хәбәрсебеҙ Зөлфиә апай Хәйбуллина.
Читайте нас: