Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Сентябрь 2020, 16:20

Йәшлек иле һин, Ҡайынтауым!

ч Беҙ Ҡайынтауға барғанда тәбиғәттә көләс йәйҙәр, өткөс селлә ине. Әлморондарҙың алһыу сәскәгә күмелгән, һомғол ҡайындарҙың йәшел бәрхәт толомдарын елдәр наҙлап тағатҡан мәле. Ауыл өҫтөндә тын алырлыҡ түгел, бөркөү, ә бында, әйтерһең дә, айырым батшалыҡ. Һауаның сафлығы! Хуш еҫен бөрккән гөл-сәскәле аҡланы... Данлы шишмәнең һыуһынды ҡандырырлыҡ һалҡын, мең сихәтле шифа һыуын әйтеп тораһы ла түгел!... Хәйер, Юлдыбайҙың бер сағыу биҙәге булған Ҡайынтау шишмәһе яғында ярһыу яҙҙар, ҡояшлы йәйҙәр мәңгелек кеүек.- Нисек инде улай? – тип ғәжәпләнер күптәрегеҙ.

Беҙ Ҡайынтауға барғанда тәбиғәттә көләс йәйҙәр, өткөс селлә ине. Әлморондарҙың алһыу сәскәгә күмелгән, һомғол ҡайындарҙың йәшел бәрхәт толомдарын елдәр наҙлап тағатҡан мәле. Ауыл өҫтөндә тын алырлыҡ түгел, бөркөү, ә бында, әйтерһең дә, айырым батшалыҡ. Һауаның сафлығы! Хуш еҫен бөрккән гөл-сәскәле аҡланы... Данлы шишмәнең һыуһынды ҡандырырлыҡ һалҡын, мең сихәтле шифа һыуын әйтеп тораһы ла түгел!...
Хәйер, Юлдыбайҙың бер сағыу биҙәге булған Ҡайынтау шишмәһе яғында ярһыу яҙҙар, ҡояшлы йәйҙәр мәңгелек кеүек.
- Нисек инде улай? – тип ғәжәпләнер күптәрегеҙ.
Эйе, эйе! Ғүмер көҙҙәренә ҡарай атлаған көмөш сәсле инәйҙәр ҙә, ҡояштың һуңғы ҡат байырын күңеле менән һиҙеп, сабыр ғына мәңгелеккә әҙерләнгән олпат йәшле ағай-олатайҙар ҙа йәшлек эҙҙәрен юҡһынып Ҡайынтауға юл ала. Ошо ҡайындар ҡосағында, сылтыр шишмә моңдары аҫтында күпме йөрәк ҡушылып, ғашиҡ йәндәр ҡауышып, татлы минуттар кисергән, ғүмерҙең ахырынаса мәңге бергә булырға вәғәҙә бирешкән. Тик бер мәлгә йәшлек яҙына, гармун-ҡурай моңдарына иҙрәгән алыҫ йәйҙәргә ҡайтып ураған йөрәктәргә өр-яңынан йәшәү дәрте, илһам бүләк итә Ҡайынтау. Донъя мәшәҡәте баҫҡан, рәхимһеҙлек, ғәҙелһеҙлек менән көрәшеп арыған йәндәргә көс-хәл индерә, тупаҫланған ғәмһеҙ күңелдәрҙең боҙон иретә ул тылсымлы Ҡайынтау!
...Барам әле, мин дә тағы һиңә барам. Мәңге талмаҫ хыял ҡанаттарымда булһа ла, һиңә осам, Ҡайынтауым! Һыҙылып ҡына атҡан йәшлегем таңдарында һин осраштырған ҡуңғыр күҙле, бөҙрә сәсле йәшлек дуҫым, бик иртәләй мәңгелек йортто төйәк иткән йән-йәрем менән үткән таныш һуҡмаҡтарҙы йәнә барлар, парлашып тыңлаған шишмә моңдарына иҙрәп йөрәгемде өткән һағыш-көҙҙәремдән арыныр өсөн һиңә киләм, Ҡайынтауым! Батшалығыңа аяҡ баҫыу менән, Ул да, бәлки, ҡаршы сығыр:
- Һаумы, йәшлек яҙым!
Читайте нас: