Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Сентябрь 2020, 11:46

Ҡырғыҙстан халҡына беҙҙә ярҙам

Башҡортостанда юғары әҙерлек тәртибенә индерелгән сираттағы төҙәтмәләргә ярашлы, Күмертау, Салауат ҡалалары, Илеш, Ишембай, Көйөргәҙе, Мәләүез, Туймазы райондарында, был биләмәләрҙә йәшәүселәрҙән тыш, халыҡҡа юл ябылғайны. Ҡаҙағстан сиге ябылыу сәбәпле, Ҡырғыҙстан вәкилдәре тыуған илдәренә ҡайтып етә алмай Рәсәйҙең сик буйы төбәктәрендә туплана. Ырымбур өлкәһе уларҙы урынлаштырыу мөмкинлектәре сикләнеү сәбәпле, ҡырғыҙҙар Көйөргәҙе районында туҡталды. Ишембай, Салауат, Күмертау һәм Мәләүез ҡалаларында ла сәфәрҙәгеләр өсөн ваҡытлыса йәшәү урындары ойошторолған. Беҙҙең райондан ярҙам рәүешендә Көйөргәҙе районына "Тәүәкән" йәмғиәте 1 тонна картуф ебәргән. Юлсыларға ашарға "Рацион" йәмғиәте әҙерләй.

Читайте нас: