Бөгөндән, 23 сентябрҙән, Бөрйән районында юғары әҙерлек режимы индерелгән. Шуға бәйле районда сикләү саралары көсәйтелгән: ҙур күләмле саралар кисектерелгән, район ойошмаларында граждандарҙы ҡабул итеү дистанцион рәүештә һәм электрон форматта башҡарыла, мәктәптәр дистанцион уҡыу форматына күсерелгән, балалар баҡсаларында дежур группалар ғына эшләйәсәк, үҙәк баҙар ябылған.