Мораҙым
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Сентябрь 2020, 18:25

Тәбиғәттә дауа - аҙым һайын!

- Оҙаҡламай аптека асып ебәрһәк тә була, әсәй, - ти ҡыҙым өйҙәге дарыуҙарҙы барлап.Ысынлап та, өй аптечкаһында нимә генә юҡ шул... Элек, беҙ бәләкәй саҡта, анальгиндан башҡа дарыуҙы белмәһәк, хәҙер өйҙәге таблетка, уколдар бер ҙур ҡатырға йәшник тулы... Файҙаһы бармы, юҡмы, бер ерҙе дауалап, икенсе ергә зыян килтерәме – кем белә... Ата-бабаларыбыҙ һымаҡ тәбиғи дарыуҙар менән дауалана белмәйбеҙ шул... Уйлап ҡараһаң, тәбиәғт ҡосағында ҡояш нурына ҡойоноп үҫкән һәр үлән, һәр үҫенте ниндәйҙер дауа көсөнә эйә! Был ялда шундай уйҙарға күмелеп, бәшмәк йыйырға барған ерҙән, бер пакет тултырып әлморон (гөлйемеш) йыйып алып ҡайттыҡ әле... Әлморондың файҙаһы бик ҙур: үҙенә бик күп файҙалы матдәләр, витаминдар, эфир майҙары туплаған ул. Унда айырыуса С витаминына күп. Иммунитетты күтәрә. Ашҡаҙан-эсәк, тын юлдары, тире ауырыуҙарын дауа.Дауаланыу өсөн әлморондың сәскәһен дә, емешен дә, тамырын да ҡулланалар. Емешендә тәбиғи биологик актив матдәләр айырыуса күп, тиҙәр. Гөлйемеш төнәтмәһен тын алыу юлдары шешкәндә, атеросклероз, үпкә туберкулезы, ашҡаҙан һәм бөйән эсәгенең сей яра (язва) ауырыуы булғанда, дөйөм шешенгәндә, һаулыҡ физик һәм психик яҡтан ҡаҡшағанда һ.б. осраҡтарҙа ҡулланырға кәңәш ителә.

- Оҙаҡламай аптека асып ебәрһәк тә була, әсәй, - ти ҡыҙым өйҙәге дарыуҙарҙы барлап.
Ысынлап та, өй аптечкаһында нимә генә юҡ шул... Элек, беҙ бәләкәй саҡта, анальгиндан башҡа дарыуҙы белмәһәк, хәҙер өйҙәге таблетка, уколдар бер ҙур ҡатырға йәшник тулы... Файҙаһы бармы, юҡмы, бер ерҙе дауалап, икенсе ергә зыян килтерәме – кем белә... Ата-бабаларыбыҙ һымаҡ тәбиғи дарыуҙар менән дауалана белмәйбеҙ шул... Уйлап ҡараһаң, тәбиәғт ҡосағында ҡояш нурына ҡойоноп үҫкән һәр үлән, һәр үҫенте ниндәйҙер дауа көсөнә эйә! Был ялда шундай уйҙарға күмелеп, бәшмәк йыйырға барған ерҙән, бер пакет тултырып әлморон (гөлйемеш) йыйып алып ҡайттыҡ әле...
Әлморондың файҙаһы бик ҙур: үҙенә бик күп файҙалы матдәләр, витаминдар, эфир майҙары туплаған ул. Унда айырыуса С витаминына күп. Иммунитетты күтәрә. Ашҡаҙан-эсәк, тын юлдары, тире ауырыуҙарын дауа.
Дауаланыу өсөн әлморондың сәскәһен дә, емешен дә, тамырын да ҡулланалар. Емешендә тәбиғи биологик актив матдәләр айырыуса күп, тиҙәр. Гөлйемеш төнәтмәһен тын алыу юлдары шешкәндә, атеросклероз, үпкә туберкулезы, ашҡаҙан һәм бөйән эсәгенең сей яра (язва) ауырыуы булғанда, дөйөм шешенгәндә, һаулыҡ физик һәм психик яҡтан ҡаҡшағанда һ.б. осраҡтарҙа ҡулланырға кәңәш ителә. Әйткәндәй, әлморондың япрағы менән тамыры ла шифалы. Япрағын һыуҙа йомшартып экзема кеүек тире ауырыуы сабыртмаһы булғанда ҡулланалар. Тамырынан әҙерләнгән төнәтмәне һейҙек ҡыуығындағы, бөйөрҙәге таштан ҡотолоу өсөн эсергә кәңәш ителә. Бындай дауа алғанда, әлбиттә, халыҡ медицинаһын төптән белгән кеше йәки табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ!
Читайте нас: