Көҙҙәр еткәс, ҡоштар осҡан мәлдә,
Ағастарҙан япраҡ яуғанда..
Һағыш ҡына өҫтәй торна сыңы,
Ә мин, иҫәр, шунан йыуанам...
Көҙҙәр еткәс, ҡоштар осҡан мәлде
Көтәм...
Көтәм, үҙем ут йотам.
Ҡанаттарым булһа, торналарҙан
Ҡалмаҫ инем хатта бер тотам...
Ҡалмаҫ инем, бәлки, торна булһам...
Көҙ йәмдәре - осар ҡоштарҙа...
Оҙатҡанда илап, өмөтләнәм
Осрашыуға алыҫ яҙҙарҙа...