Нуҡай ауылына 1795 йылда нигеҙ һалынған. Ул ваҡытта унда 15 кенә йорт булған. Ауыл эргәһендә 7 йорттан торған утар ҙа булған. 10-сы ревизия ваҡытында ( 1858-1859) ауылда 100 йорт иҫәпләнгән, халҡының һаны 542 кешегә еткән. 1920 йылда иһә йорттар һаны 150-гә етеп, халҡы 797 кеше иҫәпләнгән.
Нуҡай ауылының исеме 64 йәшлек йорт старшинаһы Ҡотлоюл Нуҡаев исеменән алынған. Ул тәүге күсенеп килеүсе кеше була.
( Ә. З. Әсфәндиәров Башҡорт республикаһы ауылдары тарихы, Өфө-1991 й.)
Был йылғаның башланған ерендә ап-аҡ таштар ята, шуға ла уны Аҡташ йылғаһы тип атағандар.
Был йылға гел юл буйлап килә. Ул юлда элек башлыса арба менән йөрөгәндәр, шуға күрә йылғаны ла Арба йылғаһы тигәндәр.
Йылғаның тирә-яғы үтә алмаҫлыҡ батҡаҡ булған. Юлды еңеләйтеү өсөн уның аша ағас күпер һалғандар. Шунан бирле уны Күперле тип йөрөтә башлағандар.
Борон Рамаҙан исемле кеше һунарға сыҡҡан булған. Төлкө тотам тип йөрөгәндә ҡар менән ҡуша шыуып төшөп китеп һәләк. Шул ваҡиғанан һуң был тауҙы уның исеме менән йөрөтә башлағандар.
Аслыҡ ваҡытында Рамаҙан исемле кеше йыуаға бара, тау һыртлап йөрөп ятҡанда иремәй ятҡан ҡарҙан шыуып төшөп китеп, һәләк була.
(Нәбиулла ағай Мырҙабулатов һөйләне)
Был тауҙың морон шикелле сығып торған ташы бар, шуға Ташморон тигәндәр.
Элек ҡыҙҙар был тауға “Ҡарға бутҡаһына” сығыр булған.
1945 йылдан һуң, һуғыш тамамланғас, был төбәккә ҡаҙаҡтар күсеп килеп ултырған. Улар шул яланда землянкалар ҡаҙып йәшәгән. Аҙаҡ был кисеүҙе ҡаҙаҡтар кисеүе тип йөрөткәндәр.
Унда борондан сейәлек булған. Сейә лә ишелеп уңған.
Сусаҡтауҙың суҡайып торған ере бар осонда.
Элек был ерҙә ҡауын-ҡарбуз сәскәндәр.
Һәүрә исемле әбей был ерҙә бесән сапҡан. Үҙенең иптәшен алып килеп, бәләкәй тауға менеп йырлар булған. Был ваҡиға бынан 200 йыл самаһы элек булған. Шул тауҙы хәҙерге көндә Һәүрә әбей ере тиҙәр.
Бер һунарсы мылтыҡһыҙ ғына урманда йөрөгәндә ҡаршыһына ҡапыл айыу килеп сыҡҡан. Айыу һунарсыны күреп, өркөп ҡасып киткән. Һунарсы был хәлде ҡайтып ауылдаштарына ла һөйләгән. Шунан халыҡ ул ергә Айыуҡасҡан тигән исем биргән.
Был тауҙың осонда –ҡая башында туҡмаҡҡа оҡшаған бер таш булған. Атама ла шунан килә.
Элек был тауҙарҙа бер нәмә лә үҫмәгән. Бынан 200 йыл самаһы элек ҡара селек үҫә башлаған. Элек иһә тау ҡап-ҡара булып ятҡан.
Был тауҙың аҫтында йылға булған. Элек шунан бер юлаусы үтеп барышлай хәйер һорашҡан. Уға хәйер итеп он биргәндәр. Ул шул ондан ултырып ҡоймаҡ бешергән. Шунан алып был йылғаны Ҡойма(ҡ) йылғаһы, тауҙы Ҡойма(ҡ)тау тип йөрөтә башлағандар. (Хәлитова Гөлсаҙа инәйҙән яҙып алынды, 71 йәш).
Оҙон тау булғанға күрә шул исемде биргәндәр.
Элек тәрән һыу булған. Ҡара айғыр шунда һикергән һәм батып үлгән.
Бесәнлек. Элек бында детдом (балалар йорто) булған. Шунан күсерелгән.
Оҙон уяҙлы ер. Атама исеме лә шунан килә.
Йылға буйында яңғыҙ йыуан бер ҡарама үҫкән.
Яҙғы һыу ерҙе йырып аҡҡан. Тау шунлыҡтан ярылып ятҡан һымаҡ күренә. Шуға ла был тауҙы Ярыҡтау тигәндәр.
Көрөн туғайға төшөп, таралып, шәре барлыҡҡа килә. Шуға ла шәре йылғаһы тип атағандар.
Ҡаҙаҡтар өйөр айғырын бейек ҡая таш эргәһенә ҡамап, тотмаҡсы була. Ләки ул тоттормай, ташлы ҡаянан ҡолап төшөп һәләк була.
Йылға башланған урын, уның үрге өлөшө күтерле батҡаҡ, бысраҡ йомшаҡ урын.
Мороно йоҡа таштарҙан тора. Уны эзбиз яндырып шартлатып бөткәндәр.
Уяҙҙан ярма ярҙырыу өсөн тирмән һөйрәтеп алып килгәндәр (Булатов Сәғиҙулла Рәхмәтулла улынан яҙып алынды, уҡытыусы-пенсионер).