Мораҙым
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Сентябрь 2020, 16:30

1 октябрҙән балалар пособиеһын «МИР» картаһына ғына күсерәләр

Башҡортостанда хәҙер ата-әсәләргә балалар социаль пособиеһы «МИР» картаһына ғына күсерелә. Был турала республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.

Башҡортостанда хәҙер ата-әсәләргә балалар социаль пособиеһын «МИР» картаһына ғына күсерәләр. Был турала республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.

Был 1 октябрҙән үк башлана. MasterCard һәм Visa карталарына аҡса күсерелмәй.

Әгәр һеҙ балаға пособие алаһығыҙ, ләкин һеҙҙең МИР картаһы юҡ икән, уны юлларға кәрәк. Аҡсаны һаҡлыҡ кенәгәһенә йәки почта аша алған осраҡта һеҙҙең өсөн бер нимә лә үҙгәрмәй.
Читайте нас: