Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Сентябрь 2020, 17:44

Рәсәй Ҡырғыҙстан һәм тағы өс ил менән авиабәйләнеште тергеҙә

21 сентябрҙән Рәсәй — Белоруссия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, 27 сентябрҙән Корея менән яңы коронавирус инфекцияһы пандемияһы арҡаһында туҡтатылған авиабәйләнеште тергеҙә. Хөкүмәттең тейешле бойороғона Рәсәй Федерацияһы премьер-министры Михаил Мишустин ҡул ҡуйҙы.

«Ошо дәүләттәрҙең граждандарына һәм унда йәшәргә хоҡуҡлыларға һауа пункттары аша Рәсәйгә инергә рөхсәт ителә. Рәсәйҙәр ҙә үҙ сиратында был илдәргә ҡаршылыҡһыҙ оса ала», — тиелә документҡа аңлатмала.
Самолеттар аҙнаһына бер тапҡыр әйтеп үтелгән илдәргә оса башлай. Ҡаҙағстан (Нур-Солтан), Ҡырғыҙстан (Бешкәк) һәм Белоруссия (Минск) менән авиабәйләнеш – 21 сентябрҙән, Көньяҡ Корея (Сеул) менән 27 сентябрҙән тергеҙелә.
Бындай ҡарар 18 сентябрҙә Рәсәй биләмәһендә COVID-19-ҙың таралыуын иҫкәртеү буйынса оператив штаб ултырышында ҡабул ителде.
Читайте нас: