Мораҙым
+17 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
18 Сентября 2020, 08:20

Әгәр кеше йөрәге менән урмансы түгел икән, урманда “делать нечего”

Оҙаҡ йылдар Күгәрсен урман хужалығында эшләгән Урал Шәһиғәле улы Псәнчин хәҙер мәрхүм инде (урыны ожмахта булһын). Шулай ҙа уның менән бынан бер нисә йыл элек кенә әҙерләгән мәҡәләлә әйтелгән һүҙҙәре бөгөн дә актуаллеген юғалтмаған. Бына нимә тигәйне ул: "Урманға килем эҙләп бармайҙар. Урманға күңел ҡушыуы буйынса баралар. Әгәр кеше йөрәге менән урмансы түгел икән, урманда “делать нечего”. Ҡоро ваҡыт уҙғарып, итек туҙҙырып, ағас ҡоротоп йөрөмәһен ине кеше. Ололар әйтә торғайны, ерҙә үҫкән һәр нәмә тәсбих әйтеп ултыра, тип. Урманды ҡарау –ул фатиха алыу ул үҙенә күрә. Элек урман янғындары бик һирәк күренеш ине, хәҙер генә йышайҙы. Халыҡ менән эшләмәү, йәш урмансыларҙы тәрбиәләмәү, ныҡлы, етди талаптар ҡуймау ҙа –төп сәбәптәрҙең береһе булып торалыр. Тәмәке төпсөгө, быяла ярсыҡтары ла (быяла ҡояш аҫтында ҡыҙып ятып, ҡыу үләнде тоҡандыра) янғын сығара. Кеше үҙ ғүмерендә бер генә булһа ла, ағас ултыртырға тейеш. “Бер ағас ҡырҡһаң, урынына унды ултырт” тигән тәрбиәүи һүҙҙәр ҙә бар. Элек урмансылыҡ эшенә мәктәп уҡыусыларын йәлеп итә торғайныҡ. Ҡышҡыллыҡҡа утын әҙерләп бирәбеҙ, улар беҙгә ағас ултыртыша. Миндек, дарыу үләндәре, миләш, балан емештәре, тубырсыҡ йыйып, һалабаш һыҙырып тапшырыр инек. Орлоҡ әҙерләү ҙә, ағас ултыртып, ул мандып үҫеп киткәнсе бағып тороу ҙа - беҙҙең иңдә. Һепертке бәйләү, көрәк-һәнәк һаптары әҙерләү, сана һәм башҡа кәрәк-яраҡтарҙы эшләүгә үҙебеҙҙең ваҡыт самалыраҡ булһа, ауыл халҡын саҡырҙыҡ. Уларға - эш тә, аҡса ла".

Оҙаҡ йылдар Күгәрсен урман хужалығында эшләгән Урал Шәһиғәле улы Псәнчин хәҙер мәрхүм инде (урыны ожмахта булһын). Шулай ҙа уның менән бынан бер нисә йыл элек кенә әҙерләгән мәҡәләлә әйтелгән һүҙҙәре бөгөн дә актуаллеген юғалтмаған.
Бына нимә тигәйне ул:
"Урманға килем эҙләп бармайҙар. Урманға күңел ҡушыуы буйынса баралар. Әгәр кеше йөрәге менән урмансы түгел икән, урманда “делать нечего”. Ҡоро ваҡыт уҙғарып, итек туҙҙырып, ағас ҡоротоп йөрөмәһен ине кеше. Ололар әйтә торғайны, ерҙә үҫкән һәр нәмә тәсбих әйтеп ултыра, тип. Урманды ҡарау –ул фатиха алыу ул үҙенә күрә. Элек урман янғындары бик һирәк күренеш ине, хәҙер генә йышайҙы. Халыҡ менән эшләмәү, йәш урмансыларҙы тәрбиәләмәү, ныҡлы, етди талаптар ҡуймау ҙа –төп сәбәптәрҙең береһе булып торалыр. Тәмәке төпсөгө, быяла ярсыҡтары ла (быяла ҡояш аҫтында ҡыҙып ятып, ҡыу үләнде тоҡандыра) янғын сығара.
Кеше үҙ ғүмерендә бер генә булһа ла, ағас ултыртырға тейеш. “Бер ағас ҡырҡһаң, урынына унды ултырт” тигән тәрбиәүи һүҙҙәр ҙә бар. Элек урмансылыҡ эшенә мәктәп уҡыусыларын йәлеп итә торғайныҡ. Ҡышҡыллыҡҡа утын әҙерләп бирәбеҙ, улар беҙгә ағас ултыртыша.
Миндек, дарыу үләндәре, миләш, балан емештәре, тубырсыҡ йыйып, һалабаш һыҙырып тапшырыр инек. Орлоҡ әҙерләү ҙә, ағас ултыртып, ул мандып үҫеп киткәнсе бағып тороу ҙа - беҙҙең иңдә. Һепертке бәйләү, көрәк-һәнәк һаптары әҙерләү, сана һәм башҡа кәрәк-яраҡтарҙы эшләүгә үҙебеҙҙең ваҡыт самалыраҡ булһа, ауыл халҡын саҡырҙыҡ. Уларға - эш тә, аҡса ла".
Читайте нас