Башҡортостанда «семерка» асфальт түшәүсе машинаға бәрелгән. Өс кешенең ғүмере өҙөлгән
Авария кисә Краснокама районында булған. ВАЗ 2107 «Vogele» асфальт түшәүсеһенә бәрелгән. Водитель һәм ике пассажир — 58 йәшлек ир менән 32 йәшлек ҡатын — урында йән биргән. Шулай уҡ өсөнсө пассажир — 18 йәшлек егет йәрәхәтләнгән.
Тикшереү башланған.