Мораҙым
+23 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
14 Сентября 2020, 05:30

Дәрте лә, дарманы ла бар

Ҡайһы класс күберәк тимер-томор йыя, ә ҡайһыһы макулатураны бөтәһенән дә артығыраҡ алып килә? Хәтерегеҙҙәме: уҙған быуатта бындай ярыштар һәр мәктәптә ғәҙәти күренеш ине. Тәрбиәүи яҡтан ҡалай ҙа яҡшы күренеш булған: тимер-томор ҙа туҙып ятмаған, ҡағыҙ-ҡоғоҙ ҙа әләф-тәләф ителмәгән. Әле макулатура йыйыу бик һирәк күренеш, ә бына металлолом йыйыусылар юҡ тиһәк, бар икән әле. Мораҡ ауылы эшҡыуары Александр Мамыкин байтаҡ йылдар тимер йыйыу менән шөғөлләнәм, артабан был эште ныҡлы яйға һалып, лицензия алырға, металл йыйыу базаһы төҙөргә уйлайым, тип белдерҙе район хакимиәтендә уҙған сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә. Эшләргә теләгән кеше яйын, эшләмәҫкә теләгән сәбәбен табыр, тиҙәр. Ауылда йүнле эш юҡ, тип зарланып ятмай, үҙенә-үҙе эш урыны булдырған, башҡаларҙы ла эшле итергә теләгән кешегә нисек һоҡланмайһың инде... Дәрте лә, дарманы ла булған Александр Алекссевичтың эше тағы ла нығыраҡ алға китер, тип ышанабыҙ.

Ҡайһы класс күберәк тимер-томор йыя, ә ҡайһыһы макулатураны бөтәһенән дә артығыраҡ алып килә? Хәтерегеҙҙәме: уҙған быуатта бындай ярыштар һәр мәктәптә ғәҙәти күренеш ине. Тәрбиәүи яҡтан ҡалай ҙа яҡшы күренеш булған: тимер-томор ҙа туҙып ятмаған, ҡағыҙ-ҡоғоҙ ҙа әләф-тәләф ителмәгән. Әле макулатура йыйыу бик һирәк күренеш, ә бына металлолом йыйыусылар юҡ тиһәк, бар икән әле. Мораҡ ауылы эшҡыуары Александр Мамыкин байтаҡ йылдар тимер йыйыу менән шөғөлләнәм, артабан был эште ныҡлы яйға һалып, лицензия алырға, металл йыйыу базаһы төҙөргә уйлайым, тип белдерҙе район хакимиәтендә уҙған сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә.
Эшләргә теләгән кеше яйын, эшләмәҫкә теләгән сәбәбен табыр, тиҙәр. Ауылда йүнле эш юҡ, тип зарланып ятмай, үҙенә-үҙе эш урыны булдырған, башҡаларҙы ла эшле итергә теләгән кешегә нисек һоҡланмайһың инде... Дәрте лә, дарманы ла булған Александр Алекссевичтың эше тағы ла нығыраҡ алға китер, тип ышанабыҙ.
Читайте нас