Бөгөн, 10 сентябрҙә, Исем ауыл биләмәһендә Совет һәм хакимиәт көнө үтте, уның эшендә район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев етәкселегендә райондың ойошмалары, предприятиелары, учреждениелары етәкселәренән, хоҡуҡ һаҡлау органдарынан торған эшсе төркөм ҡатнашты.
Тәүҙә сарала ҡатнашыусылар Сәлих, Яңауыл, Моҡас һәм Исем ауылдарында урынлашҡан социаль учреждениелар менән танышты. Мәҙәниәт усаҡтарына йыйылған ауыл халҡы үҙҙәрен борсоған һорауҙар менән етәкселәргә мөрәжәҡғәт итте. Сәлих ауылы халҡы клубҡа капиталь ремонт яһау, элемтә бәйләнешенең насар булыуы, юлды төҙөкләндереү кеүек һорауҙарҙы күтәреп сыҡһа, Яңауыл халҡы ла бәйләнештең насар булыуына зарланды. Элемтә бәйләнеше был биләмә ауылдарының ҙур проблемаһы, Моҡаста ла ошо уҡ һорауҙы күтәреп сыҡтылар, был ауылдар халҡын да юл мәсьәләһе борсоно, дауахана эшенә ҡәнәғәтһеҙлек белдереүселәр ҙә булды.
Шуны ла әйтеп китеү мөһим, быйыл Исем ауыл биләмәһенең өс ауылы – Исем, Сәлих һәм Яңауыл “Айыҡ ауыл” республика конкурсында үҙ көстәрен һынап ҡарарға теләй. Билдәле булыуынса, конкурстың финалына үткән ауылдарға бүләккә байтаҡ ҡына аҡса вәғәҙә ителә, әгәр ниәттәре тормошҡа ашып, был сарала еңеү яулаһалар, Сәлих, Яңауыл һәм исемдәр ҙә ауылдарында булған проблемалы һорауҙарҙың ҡайһы берҙәрен хәл итә алыр ине.
Исем ауылында халыҡты шәхси һорауҙар буйынса ҡабул иткәс, пленар өлөш башланды. Унда ауыл биләмәһе башлығы Юлия Хренова 2020 йылдың 8 айында биләмәләге башҡарылған эштәр, ауылдарҙың хәл-торошо, проблемалары, киләсәккә пландары менән таныштырып үтте.
Исем ауылында үткән сара тураһында тулы мәғлүмәт беҙҙең киләһе һандарҙа.