Мораҙым
-3 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
9 Сентября 2020, 13:13

Ваня Фокин балалар баҡсаһына барҙы

Хәтерегеҙҙәлер әле: 2018 йылдың 31 декабрендә Магнитогорск ҡалаһының Карл Маркс проспектында урынлашҡан ун ҡатлы йортта көслө шартлауҙа 39 кеше һәләк булып, ҡотҡарыусылар тереләрен инде ҡотҡарып бөткәнбеҙҙер тигәндә, 11 айлыҡ Ваня исемле малайҙың иҫән килеш табылыуын яңы йыл мөғжизәһе итеп ҡабул итеп, ҡыуанғайныҡ. Сатлама һыуыҡта емереклектәр аҫтында тәүлектән ашыу ятҡан сабыйҙың шәбәйеүен, аяҡҡа баҫып атлап китеүен бөтә Рәсәй халҡы күҙәткәндер. Бына шул малай 1 сентябрҙә балалар баҡсаһына барған. Ул хәҙер йүгерә лә, уйнай ҙа, һөйләшә лә, ҡыҫҡаһы, Ваня һау-сәләмәт!

Добавить в предпочтительные источники Google

Фото асыҡ сәхифәнән алынды.
Читайте нас