Мораҙым
+14 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
9 Сентября 2020, 06:02

Бөтә донъя матурлыҡ көнөнә

Боронғо башҡорттоң матурлыҡ тураһындағы төшөнсәләре өс ҡалыпҡа бәйле булған: эштә лә, яуҙа ла тоғро дуҫы булған атына, үҙе тыуып үҫкән төйәгенә, уның тәбиғәтенә һәм, әлбиттә, ҡатын-ҡыҙға. Ҡатын-ҡыҙ матурлығы башҡорт халыҡ мәҡәлдәрендә лә киң сағылыш тапҡан:- буянған ҡыҙҙан оялған ҡыҙ матур;- матурлыҡ туйҙа кәрәк, уңғанлыҡ көн дә кәрәк;- буянғандың буяуы матур, буяуһыҙҙың үҙе матур;- үтә буянғандан күңел болғанған; Күреүебеҙсә, халҡыбыҙҙың зирәк аҡылы электән тәбиғи матурлыҡҡа өҫтөнлөк биргән, һау-сәләмәт тәнде, таҙа рухты, баҫалҡылыҡты, оялсанлыҡты ихтирам иткән.- Ҡыҙ яҡшыһы ҡылыҡтан билгеле;- яҡшы ғәҙәт әҙәм итер, яман ғәҙәт әрәм итер;- ҡыҙҙы ҡырҡ ерҙән тый;Ҡыҙ балаларҙы тәрбиәләгәндә лә бөхтәлеккә, тыйнаҡлыҡҡа, йыйнаҡлыҡҡа баҫым яһаған.

Боронғо башҡорттоң матурлыҡ тураһындағы төшөнсәләре өс ҡалыпҡа бәйле булған: эштә лә, яуҙа ла тоғро дуҫы булған атына, үҙе тыуып үҫкән төйәгенә, уның тәбиғәтенә һәм, әлбиттә, ҡатын-ҡыҙға.
Ҡатын-ҡыҙ матурлығы башҡорт халыҡ мәҡәлдәрендә лә киң сағылыш тапҡан:
- буянған ҡыҙҙан оялған ҡыҙ матур;
- матурлыҡ туйҙа кәрәк, уңғанлыҡ көн дә кәрәк;
- буянғандың буяуы матур, буяуһыҙҙың үҙе матур;
- үтә буянғандан күңел болғанған;
Күреүебеҙсә, халҡыбыҙҙың зирәк аҡылы электән тәбиғи матурлыҡҡа өҫтөнлөк биргән, һау-сәләмәт тәнде, таҙа рухты, баҫалҡылыҡты, оялсанлыҡты ихтирам иткән.
- Ҡыҙ яҡшыһы ҡылыҡтан билгеле;
- яҡшы ғәҙәт әҙәм итер, яман ғәҙәт әрәм итер;
- ҡыҙҙы ҡырҡ ерҙән тый;
Ҡыҙ балаларҙы тәрбиәләгәндә лә бөхтәлеккә, тыйнаҡлыҡҡа, йыйнаҡлыҡҡа баҫым яһаған.
Читайте нас