Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Ишембай районында урынлашҡан Ҡуштауҙы республика әһәмиәтендәге «Ҡуштау» махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһе тип иғлан итеү тураһында ҡарарына ҡул ҡуйҙы. Был хаҡта Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт палатаһының түңәрәк өҫтәле ултырышында Башҡортостандан палата ағзаһы Ростислав Мырҙағолов белдерҙе. Документта махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһенең сиктәре һәм махсус һаҡ режимы раҫлана.