Проектты бойомға ашырыу өсөн ике йыл талап ителә. Әлеге мәлдә иҫке ҡоролмаларҙы һүтеү, вентиляция ҡороу, бинаның тышҡы өлөшөн йылытыу, кирбес стеналарҙы йүнәтеү эштәре бара. Ғөмүмән
алғанда, 2020 йылда ремонт эштәре һәм торбаларҙы урынлаштырыу ҡаралған, ә 2021 йылда төп ҡоролмаларҙы алып килеп ҡуйыу һәм эшләтә башлау планлаштырылған.