Тәүәккәлләгән – таш ярған, тиҙәр. Оҙаҡ йылдар мәҙәниәт өлкәһендә эшләп, “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ булған, Мәскәү, Ҡаҙан, Йошкар-Ола сәхнәләрендә сығыш яһаған Наилә апай менән оҙаҡ йылдар “Сельхозтехника”ла тир түккән Айрат ағай Ҡолшәриповтар 90-сы йылдарҙа ҡапыл ғына тормоштарын ҡырҡа үҙгәртеп, фермерлыҡҡа тотоналар. Тиҫтә йылдан ашыу был өлкәлә эшләгәндән һуң, бар иғтибарын шәхси хужалыҡҡа йүнәлтеп, байтаҡ йылдар эшҡыуар ҙа булып алалар.