18-19 августа Сибай ҡалаһында башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың “Ирәндек моңдары” төбәк-ара конкурсының 2-се туры һәм уның гала-концерты уҙҙы. Унда ҡатнашыусы 53 үҙешмәкәр һәм 23 профессиональ йырсы араһында беҙҙең район таланттары ла бар ине - район мәҙәниәт һарайы йырсыһы Зөлфиә Илмөхәмәтова, Мораҙым ауылынан Миңлейәр Солтанбаев, Нуҡайҙан Наилә Йәғәфәрова менән Рабиға Дауытова - “Үҙешмәкәр башҡарыусылар”, район мәҙәниәт һарайы йырсыһы Ләйсән Мәүлетҡолова “профессиональ башҡарыусы” номинацияларында сығыш яһаны. Халыҡ йырҙарын юғары башҡарыу оҫталығына эйә булған Миңлейәр ағайға “Башҡорт халыҡ йырын традицион башҡарыусы” номинацияһында махсус приз тапшырылһа, гүзәл заттарыбыҙ ҡатнашыусы дипломдарына эйә булды.