Мораҙым
+25 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
18 Августа 2020, 13:28

Ғайса Янбаев күп функциялы үҙәк хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы

17 августа район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү күп функциялы Республика дәүләт автономлы учреждениеһы хеҙмәткәрҙәрен ҡотланы. Әйткәндәй, туғыҙ йыл элек тап ошо көндө был ойошма барлыҡҡа килгән булған.

17 августа район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү күп функциялы Республика дәүләт автономлы учреждениеһы хеҙмәткәрҙәрен ҡотланы.
Әйткәндәй, туғыҙ йыл элек тап ошо көндө был ойошма барлыҡҡа килгән булған.
Яңыраҡ ул уңайлыҡтары булмаған бәләкәй бинанан Мораҡтағы Зәйнәб Биишева урамында урынлашҡан Халыҡты социаль яҡлау буйынса берҙәм үҙәктең беренсе ҡатына күсте. Хәҙер унда килгән кешеләр һәм хеҙмәткәрҙәр өсөн, шулай уҡ инвалидтар өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған.
Һөнәри байрамдары уңайынан Ғайса Ғилмитдин улы коллектив менән осрашты һәм уларға үҙенең йылы һүҙҙәрен еткерҙе.
Ул Күгәрсен районының Маҡтау грамотаһы менән бүлек мөдире Римма Йәрмөхәмәтованы, Рәхмәт хаттары менән әйҙәүсе белгестәрҙе Юлиә Искәндәрованы менән Гөлдәр Мәхмүтованы бүләкләне.
Әлиә Әбдрәхимова фотолары.
Читайте нас