Кисәге хәл дә күптәрҙе аптырашта ҡалдырҙы: август уртаһында Күгәрсен районында боҙборсаҡ яуған – социаль селтәрҙәрҙә таралған видео, фотоһүрәттәрҙән күренеүенсә, боҙ ярайһы уҡ эре булған. Ялсы ауылында йәшәүсе ханым әйтеүенсә, яуым-төшөмдөң төп өлөшө Хоҙайбирҙин ауылы тирәһенә, “осо” Ялсы, Һапаш ауылдары яғына эләккән.
https://vk.com/video559989845_456239026