Мораҙым
+1 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
14 Августа 2020, 13:00

Кешелеклелек өлгөһө булды

Тормош беҙҙе көн һайын тиҫтәләрсә, йөҙҙәрсә кешеләр менән осраштыра. Кемдер менән яҡындан аралашабыҙ, кемдәрҙелер күреп кенә ҡалабыҙ... Уларҙың ҡайһы берҙәрен йүнләп абайламайбыҙ ҙа, кемдәрҙелер иһә, хатта артыҡ яҡындан белмәһәк тә, йылдар үткәс тә айырым ихтирам менән иҫкә алабыҙ. Кешелекле, башҡаларға иғтибарлы, ихтирамлы кеше булып күңелемә һеңеп ҡалғандарҙың береһе - Мораҙым ауылы уҙаманы Ғаләм Әхмәтғәзиз улы Ҡотлогилдин. Фронтҡа киткәнсе район гәзиттәрендә эшләгән уҙаман үҙе вафат булғансы район баҫмалары яҙмышы менән даими ҡыҙыҡһынып торҙо, унда эшләгәндәрҙе яҡын күрҙе. Беҙ ҙә уға үҙ сиратыбыҙҙа тәрән ихтирам менән ҡараныҡ.2017 йылдың май айында үҙәк район китапханаһында “Еңеү хаҡы”китабының исем туйы булды. Кеше байтаҡ ҡына йыйылды. Улар араһында етәкселәр, ветерандар, уҡыусылар, китапханасылар, уҡытыусылар күп ине. Бына шул осрашыуҙан һуң уның хаҡында яҙыр өсөн өйөнә барған хеҙмәттәшебеҙ Азамат аша миңә иҫтәлек өсөн китабын ебәргән. Бына ҡайҙа ул иғтибарлылыҡ! Күпме кеше араһында фотоға төшөрөп йөрөгән хәбәрсене иҫендә ҡалдырған, кескәй генә хеҙмәтем өсөн дә рәхмәтен белдергән. Мәрхүм ветерандың китабын, әлбиттә, ҡәҙерләп һаҡлайым. Уны ҡулыма алған һайын һайын авторын иҫемә төшөрәм. Күптәр өсөн, шул иҫәптән минең өсөн дә Ғаләм Әхмәтғәзиз улы кешелеклелектең ҙур өлгөһө булып ҡалды...

Добавить в предпочтительные источники Google
Тормош беҙҙе көн һайын тиҫтәләрсә, йөҙҙәрсә кешеләр менән осраштыра. Кемдер менән яҡындан аралашабыҙ, кемдәрҙелер күреп кенә ҡалабыҙ... Уларҙың ҡайһы берҙәрен йүнләп абайламайбыҙ ҙа, кемдәрҙелер иһә, хатта артыҡ яҡындан белмәһәк тә, йылдар үткәс тә айырым ихтирам менән иҫкә алабыҙ.
Кешелекле, башҡаларға иғтибарлы, ихтирамлы кеше булып күңелемә һеңеп ҡалғандарҙың береһе - Мораҙым ауылы уҙаманы Ғаләм Әхмәтғәзиз улы Ҡотлогилдин. Фронтҡа киткәнсе район гәзиттәрендә эшләгән уҙаман үҙе вафат булғансы район баҫмалары яҙмышы менән даими ҡыҙыҡһынып торҙо, унда эшләгәндәрҙе яҡын күрҙе. Беҙ ҙә уға үҙ сиратыбыҙҙа тәрән ихтирам менән ҡараныҡ.
Йәштәр көнләшерлек хәтергә эйә ине ветеран, редакцияға килгән ваҡыттарында уҙғандарҙы энәһенән-ебенә тиклем нескәлек менән тәфсирләп һөйләп, барыбыҙҙы ла хайран ҡалдырыр ине. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, һуғыш юлдары, тормош йылдары хаҡындағы хәтирәләрен бер епкә теҙеп, бер түгел ике китап сығарырға ла өлгәште ул.
2017 йылдың май айында үҙәк район китапханаһында “Еңеү хаҡы”китабының исем туйы булды. Кеше байтаҡ ҡына йыйылды. Улар араһында етәкселәр, ветерандар, уҡыусылар, китапханасылар, уҡытыусылар күп ине. Бына шул осрашыуҙан һуң уның хаҡында яҙыр өсөн өйөнә барған хеҙмәттәшебеҙ Азамат аша миңә иҫтәлек өсөн китабын ебәргән. Бына ҡайҙа ул иғтибарлылыҡ! Күпме кеше араһында фотоға төшөрөп йөрөгән хәбәрсене иҫендә ҡалдырған, кескәй генә хеҙмәтем өсөн дә рәхмәтен белдергән.
Мәрхүм ветерандың китабын, әлбиттә, ҡәҙерләп һаҡлайым. Уны ҡулыма алған һайын һайын авторын иҫемә төшөрәм. Күптәр өсөн, шул иҫәптән минең өсөн дә Ғаләм Әхмәтғәзиз улы кешелеклелектең ҙур өлгөһө булып ҡалды...
Читайте нас