Аралашыуға, осрашыуға зарыҡты балалар. Ярай әле, йәйге каникулдар тамамланыуға ҡарайыраҡ булһа ла, китапханалар эшләй башланы. Күптән түгел Нуҡай ауыл китапханаһы бәләкәстәр өсөн “Ҡоштар һәм йәнлектәр донъяһы дуҫтар терәгенә мохтаж” тип аталған мәрхәмәтлек дәресе үткәрҙе.
- Балалар тәбиғәткә бик яҡын. Уларҙың күңеле лә, донъяны ҡабул итмеше лә бик нескә. Үҙебеҙ йәшәгән ергә иғтибар, ихтирам, ғөмүмән, тереклеккә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү нәҡ бала саҡтан башланырға тейеш. Шуны иҫәпкә алып, беҙ, китапханасылар, уҡыусыларға тематик саралар үткәрәбеҙ. Яңыраҡ уларҙы Ҡыҙыл китапҡа ингән һирәк осраған ҡоштар, хайуан төрҙәре менән таныштырҙыҡ. Тере тәбиғәт, йәнлектәр донъяһын өйрәнеүҙә беҙгә “Йән дуҫтарым- йәнлектәр” (Ольга Перовская), “Рассказы о животных” (В. Бианки), “Урман кешеһенең алтыны” (И. Тимерханов) китаптары ярҙам итте. Дәрес аҙағында балалар ҡоштарға тағараҡ эшләне. Уларҙы тәүге ҡар төшкәс тә элеп ҡуйырға һөйләштек, - ти китапхана мөдире Сәйҙә Байғүбәкова.