Мораҙым
+20 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
8 Августа 2020, 08:20

Егет саҡ - көслө, рухлы саҡ

Беҙҙең районда иң көслөһө кем тип уйлайһығыҙ? Минеңсә, Ерекле ауылы егете - Артур Мәжитов! Беҙҙең районда буй еткергән башҡорт егетенә көрәш буйынса бөтә Башҡортостан турнирҙарында тиңдәр юҡ. Көслө ихтыярлы, көслө рухлы егеттәребеҙҙең береһе – көрәш буйынса Башҡортостан Республикаһы чемпионы, Мәҡсүт урта мәктәбенең физик культура уҡытыусыһы, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең көрәш буйынса тренеры Артур Мәжитов менән һеҙҙе лә таныштырмаҡсыбыҙ. Әңгәмә заман йәштәренең тормошҡа ҡарашы, уй-фекере, хеҙмәткә, спортҡа ҡарата мөнәсәбәтен асыҡларға ярҙам итер, моғайын.

Добавить в предпочтительные источники Google
Беҙҙең районда иң көслөһө кем тип уйлайһығыҙ? Минеңсә, Ерекле ауылы егете - Артур Мәжитов! Беҙҙең районда буй еткергән башҡорт егетенә көрәш буйынса бөтә Башҡортостан турнирҙарында тиңдәр юҡ.
Көслө ихтыярлы, көслө рухлы егеттәребеҙҙең береһе – көрәш буйынса Башҡортостан Республикаһы чемпионы, Мәҡсүт урта мәктәбенең физик культура уҡытыусыһы, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең көрәш буйынса тренеры Артур Мәжитов менән һеҙҙе лә таныштырмаҡсыбыҙ. Әңгәмә заман йәштәренең тормошҡа ҡарашы, уй-фекере, хеҙмәткә, спортҡа ҡарата мөнәсәбәтен асыҡларға ярҙам итер, моғайын.
- Артур, үҙеңдең турала һөйләп үт әле!
- Ерекле ауылында тыуып, шунда үҫтем. Тыуған ауылымда башланғыс мәктәпте тамамлағас, Мәҡсүт урта мәктәбенә уҡырға барҙым.
- Нисә йәштә спорт менән шөғөлләнә башланың?
- Бәләкәй саҡтан спорт менән дуҫмын тип әйтә алам. Мәктәптән ҡайтып, тиҙ генә ашап, сәй эсеп ала ла тышҡа атлыға инек. Йәй көндәре йүгерәбеҙ, ҡышын саңғыла йөрөйбөҙ, турникта күтәреләбеҙ. Кистәрен дуҫ малайҙар менән футбол уйнайбыҙ. Уҡытыусыбыҙ Риф Миңлеғәли улы Әбүбәкиров беҙҙе еңел атлетика, саңғы ярыштарына күп йөрөттө. Шуның менән беҙҙең спортҡа ынтылышты һыуытманы. 9-сы класта уҡыған саҡта ауылдашым Ришат ағай Вәлитов беҙҙе, үҫмер егеттәрҙе, йыйып, көрәш серҙәренә өйрәтә башланы. Тап шул саҡта көрәшкә ҡыҙыҡһыныуым артты. Егеттәр менән район, күрше райондарҙағы ярыштарға йөрөнөк, тағы ла сәмләнеп киттек. Тап шул йылдарҙа тәүге тапҡыр үҙем өсөн ҙур еңеү яуларға насип булды – көрәш буйынса район чемпионы исеменә лайыҡ булдым.
Мәктәпте тамамлағас,ҡайҙа уҡырға барырға, кем булырға тип оҙаҡ уйланманым. Стәрлетамаҡ спорт техникумына уҡырға индем, бында ла көрәш йүнәлешен һайланым.
- Уҡыу йылдары ниндәй тәьҫораттар ҡалдырҙы? Хыялдарың тормошҡа аштымы, ҡуйған маҡсаттарыңа ирешергә насип булдымы?
- Стәрлетамаҡта 4 йыл уҡыным. Эйе, тап ошо уҡыу йорто миңә үҙемде спортсы булараҡ һынап ҡарарға ярҙам итте. Техникумда уҡыған йылдарҙа ике тапҡыр Башҡортостан Республикаһы чемпионы исемен яуланым, республика, зональ, район-ара, район ярыштарында күп тапҡырҙар призер булдым (уның иҫәбен үҙем дә белмәйем – көлә). 2016 йылдың июнендә ҡулыма диплом алдым һәм 1 июлдә армияға киттем.
- Ҡайҙа хеҙмәт иттең ?
- Брянск өлкәһенең Клинцы ҡалаһында мотоуҡсылар ғәскәрендә хеҙмәтемде үтәнем.
- Әле һин үҙеңде яңы өлкәлә – уҡытыусылыҡта һынайһың...
- Эйе, былтыр үҙем уҡыған белем усағында – Мәҡсүт урта мәктәбендә физик культура уҡытыусыһы булараҡ эш башланым. Шул уҡ ваҡытта Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе филиалы булараҡ көрәш буйынса түңәрәк алып барам. Һәр кем үҙ белеме, үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашырға тейеш, тип уйлайым. Балалар менән эшләү оҡшай. Уҡып йөрөгән саҡта ла каникулға ҡайтҡан мәлдәрҙә малайҙар “Артур ағай, көрәшергә өйрәт әле!”, тип килһәләр, кистәрен, буш ваҡыттарҙа улар менән шөғөлләнә торғайным.
Был өлкәгә тотоноуыма күп ваҡыт үтмәһә лә, тәүге ҡыуаныслы һөҙөмтәләрем бар – былтыр 9-сы класс уҡыусыһы Вадим Рафиҡов үҙ ауырлығында Башҡортостан Республикаһы чемпионы булды. Әле түңәрәктә 20 бала шөғөлләнә. Араларында яҡшы һөҙөмтә күрһәтеүселәр бар, мин уларға ҙур өмөттәр бағлайым.
Унан тыш, бергә уйнап үҫкән, уҡыған, йәшәгән дуҫтар менән көрәш, футбол буйынса командалар тупланыҡ. Быйыл, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һабантуйҙар булманы, төрлө сараларға сығып, уйнап ҡайта торғайныҡ. Былтыр беҙҙең футбол командаһы Йәштәр көнөндә 1-се урын алһа, “Мораҙым фест” республика йәштәре йыйынында 2-се урынға лайыҡ булдыҡ.
- Ғаиләң, яҡындарың менән менән таныштырып үт әле.
- Әсәйем - Роза Ришат ҡыҙы, ике һеңлем – Алһыу Ишембай нефть колледжын тамамланы, Айсилә быйыл 4-се класҡа бара. Ҡустым Алмаз 7-сегә бара, ул да көрәш менән мауыға, былтыр үҙебеҙҙең һәм Ейәнсура районында уҙған турнирҙарҙа чемпион исемен яуланы, Стәрлебашта үткән зональ ярышта 1-се урынға лайыҡ булды.
- Атай-әсәйҙәргә балаларын спорт секцияларына, түңәрәктәренә бирергә кәңәш итер инеңме?
- Әлбиттә, айырыуса малайҙар ниндәй ҙә булһа спорт төрө менән шөғөлләнергә тейеш тип уйлайым. Беренсенән, бала тәртипкә өйрәнә. Икенсенән, мәҫәлән, көрәш характерҙы нығыта, ихтыяр көсөн тәрбиәләргә булышлыҡ итә. Баланы бәләкәй сағынан спортҡа ылыҡтырыу уның физик көсөн үҫтерә, шулай уҡ сыҙамлылыҡҡа ла өйрәтә. Егеттәр ҡайҙа ла үҙе өсөн тора алырға, шулай уҡ яҡындарын яҡларға һәм ҡурсаларға бурыслы. Тағы шуныһы, бала нимә менәндер шөғөлләнһә, буш ваҡыты аҙ ҡала, телефонда уйнап, телевизор алдында ултырғансы үҙенә яңы шөғөл ала.
- Спортта уңыш нигеҙендә нимә ята?
- Ниндәй генә өлкәне алма, иң тәүҙә теләк, тырышлыҡ кәрәк. Әгәр кешенең һәләте булып та, эҙмә-эҙлекле, көндәлек шөғөлләнеү, үҙ өҫтөндә ныҡышмалы эшләү булмаһа, көс түкмәй генә ҙур һөҙөмтәгә өлгәшеп булмай. Мәҫәлән, минең ике туған ҡустым, Ерекле егете Илнар Ҡолдәүләтов 4- 5 йыл районда өсөнсө һөҙөмтә күрһәтте, әммә тынысланманы, үҙ өҫтөндә эшләүен дауам итте һәм бөтә Рәсәй буйынса призер исеменә лайыҡ булды.
- Гәзит уҡыусыларға, үҙең кеүек йәштәргә, үҫеп килеүсе йәш быуынға ниндәй теләктәрең?
- Ваҡытты бушҡа үткәрмәгеҙ, юҡ-бар, насар ғәҙәттәргә ваҡыт сарыф итмәгеҙ, спорт менән шөғөлләнегеҙ, ул уңыштарға илтә.
- Артур, һиңә лә яңынан-яңы уңыштар, еңеүҙәр теләйбеҙ. Әңгәмәң өсөн рәхмәт.
Ысынлап та арабыҙҙа, йәштәр араһында Артур кеүек көслө, типһә тимер өҙөрлөк, маҡсатҡа
ынтылыусан башҡорт егеттәре күберәк булһын ине.
Розалия ИСҠУЖИНА.
Фото: ғаилә архивынан.
Читайте нас