Мораҙым
+12 °С
Ясно
ЙӘМҒИӘТ
6 Августа 2020, 09:28

Милли ризығыбыҙ. Күбек май.

Милли ризыҡтарыбыҙҙың төрҙәрен һанай китһәң, осона ла сыға алмаҫһың. Ул ҡамыр, ул ит, ул һөт һәм башҡа ниғмәттәрҙән төрләндереп-төрләндереп милли аш-һыуҙар әҙерләргә була. Бер һөттән генә күпме аҙыҡ эшләйһең: һөтө, ҡаймағы, майы, ҡорото, ҡатығы, эремсеге, айраны, һары майы, һөҙмәһе, күбек майы...

Милли ризыҡтарыбыҙҙың төрҙәрен һанай китһәң, осона ла сыға алмаҫһың. Ул ҡамыр, ул ит, ул һөт һәм башҡа ниғмәттәрҙән төрләндереп-төрләндереп милли аш-һыуҙар әҙерләргә була. Бер һөттән генә күпме аҙыҡ эшләйһең: һөтө, ҡаймағы, майы, ҡорото, ҡатығы, эремсеге, айраны, һары майы, һөҙмәһе, күбек майы... Ялсынан Вәсилә апай Ҡарағужинаның күбек майы эшләү ысулын тәҡдим итәбеҙ.
- Күбек майы эшләр өсөн иң тәүҙә айыртылмаған яңы һөттән ҡатыҡ ойотаһың. Шунан ул ҡатыҡҡа ҡаймаҡ һалып, бешкәк менән майы күбекләнеп өҫкә ҡалҡҡансы, бешергә кәрәк. Ҡалҡып сыҡҡан берен һөҙөп кенә алып, һыуытҡысҡа ҡуяһың.
Күбек майын тәүҙә әҙләп кенә эшләп ҡарағыҙ. Мәҫәлән, өс литрлыҡ банка күләме менән. Шул самаһы һөттән ҡатыҡ ойотһаң, уға бер стакан ҡаймаҡ та етә. Ул тәғәм ашауға еңел. Ҡалған айранға самалап ҡына ҡайнап һыуытылған һыу ҡойоп, тоҙ һалып, эсергә була. Ашҡаҙан эшмәкәрлеген көйләүгә үҙе бер шифа ул ризыҡ, һыуһынға ла шәп, туҡлыҡлы ла. Йәйгеһен бесән мәлендә айырыуса килешә, - ти Вәсилә апай.
Айгөл апай Миңлебаева ла ошо ризыҡҡа бәйле хәтирәләре менән уртаҡлаша.
- Беҙ бәләкәй саҡта әсәйем күбек майын йыш ҡына эшләне. Күрше Өммөкамал инәйҙән көбөсәк һорарға гел мине йүгертерҙәр ине.
Күбек майын әсәйем былай әҙерләй торғайны: кистән генә ҡатыҡ ойотоп ҡуя ла, шул ҡатыҡҡа иртәнге йә кистән айыртылған ҡаймаҡты һала. Көбөсәктә ипләп кенә, сәсрәтмәй генә туҡырға (беҙҙә туғыуҙы шулай тиҙәр) тырышһаҡ та, бит-йөҙгә сәсрәп китә.
Күбек майы ҡайһы берҙә тиҙ генә төшә, ҡайһы ваҡыт оҙаҡ майға әйләнмәй йонсота.
Мәғиә инәйем әсәйемә айраны күп булһын тиһәң, яңы һауылған парлы һөт ҡойоп ебәр тип өйрәткән ине. Ысынлап та, шулай эшләгәндә айраны ла арыу сыға.
Еңел генә, әскелтем генә майҙы балалар ҙа яратып ашай.
Һыйыр барҙа көнөбөҙ ҙә һыйлы булыр, иншалла!
Читайте нас