Августың беренсе аҙнаһында тотороҡло һауа торошо һаҡланһа, ҡыш оҙон һәм ҡарлы булыр.
Томан оҙаҡ таралмай торһа- аяҙ көнгә.
Август ямғырһыҙ килһә, көҙ йылы һәм ҡоро булыр.
Августа бәҫ төшһә, иртә ҡышҡа ишара.
Августа бер нисә тапҡыр йәшен булһа, көҙ оҙаҡ булыр.
Тәбиғәткә бәйле һынамыштар:
Ҡайында һары япраҡ күренһә, көҙ иртә килер.
Йылы, ямғырлы август – бәшмәк мул булыр.
Августа торналар туплана башлаһа, ҡыш иртә килер.